+22 °С
Ямғыр


Халыҡ йырҙарына ғашиҡ талантлы йырсы, оҫта музыкант Фәһим Тоҡомбәтовтың исеме күптән таныш. Бөгөн Иглиндә эшләп йөрөгән егет сығышы менән Ейәнсура районы Сәғит ауылынан. Фәһим төрлө конкурстарҙан бары еңеү менән ҡайта. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында еңеү яулаусы һәм башҡа бихисап бәйгелә лә һынатмаусы егет оло уңыштар менән ҡыуандыра. Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева исемендәге «Һандуғас» халыҡ-ара йырсылар конкурсында ла ул I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Фәһим, тыуған көнөң менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.
Фото: "Бәйләнеш"тә.