Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2023, 15:28

АПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР

АПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАРАПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР
АПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ УҠЫТЫУСЫЛАР


Зөлҡәрнәева Фәймә Рәжәп ҡыҙы, Ғафури районы Н.Х. Гарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбендә 30 йыл уҡытыусы булып эшләй, 8-се йыл инде директор вазифаһын да башҡара. Фәймә Рәжәп ҡыҙы балаларға тыуған башҡорт телебеҙгә һәм әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, телебеҙҙең нескәлектәрен өйрәтә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға өндәй.
Салауатова Фәнилә Рәжәп ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетында (элекке БДУ) 21 йыл инде студенттарға әҙәбиәт дәрестәре алып бара. Ул филология, шәрҡиәт һәм африканистика, журналистика, туризм төркөмдәрендә уҡыусы студенттарҙы башҡорт, СНГ илдәре, Көнсығыш әҙәбиәттәренең матур өлгөләре менән таныштыра, әҫәрҙәр аша изгелек, аң - белем, тәрбиә, хеҙмәт кеүек төшөнсәләргә һөйөү тәрбиәләй.

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:
Читайте нас