Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2023, 06:36

Һеҙгә "Килен" оҡшанымы?

"Килен" спектаклен ҡараным... Һаман тыныслана алмайым", - тип яҙалар премьераға килеүселәр. 

Һеҙгә "Килен" оҡшанымы?Һеҙгә "Килен" оҡшанымы?
Һеҙгә "Килен" оҡшанымы?

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 4 октябрҙә 104-се миҙгелен асты. Тамашасыларға Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса «Килен» спектакле тәҡдим ителде. Мелодрама жанрындағы яңы спектакль өҫтөндә режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов,  рәссам Алина Нуриманова, хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Шәүрә Сәғитова эшләгән.

Ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гүзәл Маликова, Гөлфиә Рафиҡова, Ирек Булатов, актерҙар Лилиә Ғәлина, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айнур Ғәбитов ҡатнашты.

Яңы спектаклдә мөхәббәт, ғаилә, ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр темалары күтәрелә, улар һәр ваҡыт көнүҙәк. Сюжет үҙәгендә − ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында хыялланған йәш ҡыҙ. Ошо бәхеткә ирешер өсөн уға күп һынауҙар аша үтергә тура килә.

"Килен" спектаклен ҡараным... Һаман тыныслана алмайым", - тип яҙалар премьераға килеүселәр. Ә һеҙ спектаклдә ҡаранығыҙмы? Һеҙгә "Килен" оҡшанымы?

 

Фото: Башдрамтеатр им.М.Гафури

Автор:
Читайте нас