Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
6 Октябрь 2023, 06:33

Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»

Сарала республи­кабыҙҙан 12 яҙыусы ҡатнаша.

Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»
Белорус Республикаһында – «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»

10–12 октябрҙә Белорус Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа «Башҡорт әҙәбиәте көндәре» үтә. Сарала республи­кабыҙҙан 12 яҙыусы ҡатнаша. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, делегацияға республика әҙәбиәтенә тос өлөш индереүселәр -  әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, прозаиктар һәм шағирҙар ингән. Улар түңәрәк өҫтәлдәрҙә, концерттарҙа, китап йәрминкәләрендә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасаҡ. 

Башҡортостандан делегация килеүенә Белорус баҫмаларында яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре тәржемәһе донъя күрәсәк, тип көтөлә. Шулай уҡ белорус яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт телендә республиканың әҙәби журналдарында баҫылды. 

11 октябрь, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Минскиҙа ике республиканың ныҡлы дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк.

Тағы ла программала Белорус өсөн көрәшкән башҡорт яугирҙәренә арналған айырым сара ҡаралған. 

"Белорус ауыр ваҡытта илебеҙ өсөн терәк булып ҡалды,  - ти Айгиз Баймөхәмәтов.  - Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә, тиҙәр. Һәм беҙ, шул иҫәптән яҙыусылар, быны лайыҡлы баһаларға тейешбеҙ. Бар яҡлап дуҫлығыбыҙҙы нығытыу мөһим. Был сара Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортсотандың мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үтә". 

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы әле башҡорт телендә Белорус әҙәбиәте антологияһын булдырыу өҫтөндә эшләй. Шул уҡ ваҡыта Белоруста башҡорт әҙәбиәте антологияһы әҙерләнә. Киләһе йылда ике баҫманың да презентацияһы көтөлә. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас