Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт
8 Октября 2023, 03:15

Бөгөн йылмайыу көнө, йылмаяйыҡ, дуҫтар!

Карьера өсөн уңайлы, йылмайған кеше һөйкөмлө күренә... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн йылмайыу көнө, йылмаяйыҡ, дуҫтар!Бөгөн йылмайыу көнө, йылмаяйыҡ, дуҫтар!
Бөгөн йылмайыу көнө, йылмаяйыҡ, дуҫтар!

 

Йылмайыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә иммун системаһын да нығыта. Тағы йылмайыу “йоғошло” икән. Ғалимдар шулай ти. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә йылмайғың килер.

 


Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған. Ул:


- стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);


- бәхетлерәк итә;


- 53 мускулды эшләтә;


- тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);


- карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);


- йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);


- ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;


- йөҙҙө матурайта.

 


Йылмаяйыҡ, йәмәғәт, йылмаяйыҡ! Уның өсөн хаҡ һорамайҙар бит!

Фото troyan95.biz

 

Автор:
Читайте нас