Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
10 Октябрь 2023, 07:01

Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары бүләкләнде

Быйыл был премияға дүрт кеше лайыҡ булды. 

Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары  бүләкләндеШ. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары  бүләкләнде
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары бүләкләнде

Бөгөн,  Республика көнө алдынан, 2021-2022 йыл­дарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын тәбрикләнеләр. Шулай итеп, премияға лайыҡлы тип киләһе шәхестәр табылды: 

Кристина Андрианова — «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғри йыйын­тыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн;

Лиана Мкртчян, Резеда Таһирова — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Минең Ватаным — минең ерем» ижади проекты өсөн;

Илнур Хәйруллин — башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас