

"Әйткәндәй, һин түгел, ә роль үҙе һине көтөп ала тиеүҙәре дөп-дөрөҫтөр. Сөнки Морат ҡустыны тап ошо Булат роле асылын асты, күҙ йәштәрен күрһәтергә яратмаған ир-егетте илатты", - ти был роль тураһында Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет.
Морат Рафиҡов та "Килен" спектаклендәге роле тураһындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Был роль миңә ауыр бирелде. Булаттың яҙмышы, уның кисерештәре — минең тормошҡа ҡапма-ҡаршы. Эш барышында ошондай проблеманы күтәргән уҡылмаған материалдар, ҡаралмаған документаль һәм нәфис фильмдар ҡалманы. Оҡшаш яҙмышлы ир-егеттәр менән дә осраштым. Уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, күңел кисерештәрен аңларға тырыштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай проблема беҙҙең һәр бер ауылда тиерлек осрай, “һаҙлыҡ”ҡа батҡан ир-аттарҙың күп булыуы әсендерә. Осрашыуҙарҙан ауыр тойғолар менән ҡайттым.
Спектакль барышында тамашасыларҙың минең геройға ҡарата нәфрәте һиҙелде. Мин үҙем дә геройға ҡарата шундайыраҡ тойғолар кисерҙем. Ролде яратып башҡарһам да, Булаттың ҡайһы бер ҡылыҡтары башыма һыймай, уға ҡарата һорауҙарым әле лә күп. Яуаптар һаман эҙләйем. Спектаклдән һуң кәләшемдән хатта: “Уның менән нисек йәшәйһең ул?!” - тип һорап ҡуйғандар.
Тағы әйтеп үтергә кәрәк, Минең менән был спектаклдә ҡыҙым да уйнаны. Уның роле — бәләкәй Сулпан. Был Миленаның ҙур сәхнәлә тәүге сығышы.
Фото: Руслан Юлтаев.