Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2023, 04:05

Ҡазанда башҡорт ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды

Мемориаль таҡтаны асыу тантанаһында Татарстандың башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре актив ҡаштнаштылар:

Ҡазанда башҡорт ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылдыҠазанда башҡорт ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды
Ҡазанда башҡорт ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды

9 октябрҙа Ҡазан ҡалаһында күренекле балерина, педагог, РСФСР-ҙың, Татарстан һәм Башҡортостан республикаларының халыҡ артисы, башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы - Нинель Юлтыева хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙғарылды.

Был сараның инициаторҙары Ҡазан хореография училищеһы һәм Татарстан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы. Мемориаль таҡтаташ авторы - скульптор, бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе, Татарстан рәссамдар союзы ағзаһы Зөлфиә Мөхәмәтйәнова. Ҡазан хореография училищеһенең ғәмәлдәге директоры Татьяна Шахнина журналистар өсөн экскурсия үткәрҙе, мәҙәниәт эшмәкәре ижадына арналған мәғлүмәттәр күрһәтте. Бында Юлтыеваның тарихи фотоһүрәттәре, тәүге афишалары һәм шәхси сәхнә костюмдары күрһәтелә.

Мемориаль таҡтаны асыу тантанаһында Татарстандың башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре актив ҡаштнаштылар:
-Региональ башҡорт милли-мәҙәни автономияһы - Татарстан Республикаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов Башкиры Татарстана-Ҡазан,
-Региональ башҡорт милли-мәҙәни автономияһы - Татарстан Республикаһы башҡорттары Ҡоролтайының йәштәр ҡанаты етәксеһе Шәүрә Ғөбәева Шаура Губаева,
-Ҡазан ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайын ойошторусыларының береһе Раиф Туҡташев,
һәм башҡалар.

Тимур Йосопов: Ҡазанда күренекле шәхескә арналған иҫтәлекле таҡтаташ булыуына беҙ бик шатбыҙ. Нинель Юлтыева илебеҙ, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерҙе һәм атаһы Дауыт Юлтыйҙың исемен ғорур йөрөттө, Татарстан һәм Ҡазан ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы сараларында актив ҡатнашты».

Автор:
Читайте нас