Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
15 Октября 2023, 07:00

Фәрзәнә яңы фильм төшөрә

Тыуған яҡ, тыуған йорт, туғандар менән булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан саҡырылған актерҙар уйнай.

Фәрзәнә яңы фильм төшөрәФәрзәнә яңы фильм төшөрә
Фәрзәнә яңы фильм төшөрә

Тыуған яҡ, тыуған йорт, туғандар менән булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан саҡырылған актерҙар уйнай.

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Түлебай ауылында Башҡортостан дәүләт киностудияһы ярҙамында фильм тшөрөлә башланы.  Тыуған яҡ,, тыуған йорт, туғандар менән булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан саҡырылған актерҙар уйнай. Төп ролдәрҙе Сибай башҡорт драма театры артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ  башҡорт драма театры артисы Рәсил Сынбулатов башҡара. Фильм төшөрөү Рәсәй йәштәре гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Картинаның режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева. Был уның өсөнсө ҡыҫҡа метражлы фильмы.  Бығаса йәш режиссерҙың “Ҡырағай”,  “Мой лечащий враг” фильмдары донъя күргәйне. #Росмолодежь

#РосмолодежьГранты

Видео: https://vk.com/video-62355451_456242728

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас