

Бөгөн Шишмә районы Иҫке Муса ауылында башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Муса Ғәлиҙең тыуыуына 100 тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.
Сара яҙыусының ҡәберенә сәскә һалыу менән башланды. Артабан сара Иҫке Муса ауылындағы Муса Ғәлиҙең исемен йөрткән мәктәптә дауам итте. Быйыл заманса итеп ремонт эшләнгән мәктәптә уның китаптырынан торған музей ҙа бар. Килгән ҡунаҡтарға шәхескә арналған күргәҙмә, мәктәптең үҙе менән таныштырған экскурсия ойошторолдо. Кисәлә уҡыусылар уның шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Ҙур экранда шағир һәм драматургтың альбомынан фотоһүрәттәр, телевизион архивтан уның ҡатнашлығындағы кадрҙар тәҡдим ителде.
Был кисәлә Шишмә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмир Хәкимов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың киң матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер Исхаҡов, ғалим, йырсы Марат Шәрипов ҡатнашты. Шәхесте иҫкә алырға яҙыусының яҡындары, яҡташтары, ауылдаштары һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.