+24 °С
Дождь


Рәхимов Ришат Рәшит улы (24 октябрь 1953 йыл) — ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Ришат Рәшит улы Рәхимов 1953 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған.