

Халҡыбыҙ борон-борондан игендәр йыйып алынғас, ҡурмас ҡурыу йолаһын башҡарыр булған. Көҙҙөң мул уңыштарына, игендәрҙең бураларға тулыуына арнап, Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә “Ҡурмас байрамы” үтте. Балалар тәрбиәселәре Ләйсән Ришат ҡыҙы менән өләсәйгә (өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Фәтих ҡыҙына) ҡунаҡҡа килделәр.
Өләсәй уларҙы-
Тормошобоҙ уң булһын,
Ризыҡтары мул булһын,
Игендәр шаулап уңһын,
Ҡурмастар ҡурылып торһон, тип һамаҡлап, теләктәр теләп ҡаршы алды. Балаларға ҡурмастың бойҙайҙан эшләнеүе, ә бойҙайҙың баҫыуҙа үҫеүе һәм беҙҙең өҫтәлдәргә килгәнсе оҙон юл үтеүе хаҡында бәйән итте. Бәләкәстәр ҡул тирмәне, ҡурмас, ҡурмастан талҡан эшләү ысулы, уның шифаһы менән таныштылар. Ҡул тирмәнен өйрөлтөп ҡурмас тарттылар һәм талҡандың эшләнеү алымын күрҙеләр. Уларға үҙҙәре тартҡан талҡанды ауыҙ итеү, ҡурмас ашау бик оҡшаны. Тәрбиәселәре өйрәткән йыр, бейеүҙәрен өләсәйгә бүләк итеп, халыҡ уйындары уйнап күңел астылар. Байрам аша балаларҙа милли аш-һыуҙарыбыҙға, игенсе хеҙмәтенә, халҡыбыҙҙың кәсеп-һөнәрҙәренә ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләнде.
Йәмилә Хәйбуллина,
Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.