Ҡайҙа ҡарама баймаҡтар, тигәндәй, был һәләтле егет тә Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан. Иң мөһиме — талантлы, егәрле. Эштән, яңы асыштарҙан, үҙ өҫтөндә эшләүҙән ҡурҡмай. Йәш сәсән ҡумыҙҙа ла, думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнай, өзләй ҙә, йырлай ҙа. Бөтә Рәсәй йәш сәсәндәр конкурсында еңеү яулаусы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Мирас ҮҘӘНБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Мирас, баштан башлайыҡ. Бала саҡ тигәндә, иң беренсе ниндәй ваҡиғаны хәтерләйһең?
— Миңә ауырлы саҡта әсәйемде ағайым гел балыҡ тотоп һыйлаған. Әсәй: “Уй, бәпесем балыҡсы ғына булырмы икән”, — тип көлгән. Ысынлап та, минең иң яратҡан эшем — балыҡ ҡармаҡлау. Бала сағымдың бәхетле минуттары ла ошо шөғөл менән бәйле. Иҫләйем, биш йәштәр тирәһендә тәүге балығымды тоттом. Тоттом да өйгәмаҡтанырға йүгерҙем. Ул ваҡытта беҙгә ҡунаҡтар килгән ине. Балығымды ла, үҙемде лә маҡтап ҡотлаған булдылар. Ғөмүмән, беҙ ғаиләбеҙ менән балыҡсылар. Күңел төшөп йөрөгән ваҡытта балыҡ ҡармаҡлап килһәм, бар ҡайғылар онотола.
— Ғаиләң тураһында ла һөйләп кит әле, зинһар. Ата-әсәйең дә йыр-моңға әүәҫ кешеләрме?
— Ғаиләлә мин кинйә бала. Апайым менән ағайым бар. Әсәйем Минзәлә Мират ҡыҙы — Баймаҡ районының иң әүҙем кешеләренең береһе. Бәләкәйҙән концерт-конкурстарҙа ҡатнаштырҙы.Әсәй баянда уйнай, мин йырлай инем. Атайым НурНурислам улы һөнәре буйынса токарь, уға техника ене ҡағылған. Миндә тимерселеккә, техникаға һөйөү уятты. Хәҙер рәхәтләнеп үҙем машинаны ла ремонтлай алам, тракторҙа ла йөрөйөм.
— Ҡулыңа тәүге тапҡыр музыка ҡоралыалғаныңды хәтерләйһеңме?
— Иң беренсе ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Мәкәптә сығыш яһарға тейеш инем. Әсәйем ҡумыҙ бирҙе лә нисек тоторға кәрәк икәнен күрһәтте. Үҙе артабан эше менән булышты. Ул бушағанда мин инде йоҡлаған инем, шикелле. Ни булһа ла минең уйнау-уйнамауымды бер кем тикшереп торманы. Иртәгеһенә лә әсәйҙең ваҡыты булманымы икән, сәхнәгә “тура” сыҡтыҡ. Улбаянда уйнай, мин йырлайым. Кәрәк урында ҡумыҙҙы сиртеп ебәрҙем. Аҙаҡ әсәй: “Һине кисә тикшерергә онотҡанмын, уйнарға өйрәнгәнһең бит”, — тип маҡтап ҡуйҙы. Хәҙер ҡумыҙҙы төп ҡоралымдың береһе тип киләм. Уны һәр ваҡытта кеҫәлә йөрөтәм.
— Ә ҡурайҙа нисек уйнай башланың?
— Ҡурайға ҡыҙыҡһыныуҙы Рәсүл олатайым уятты. Туғандар йыйылғанда беҙ, бала-саға,өлкәндәргә концерт ҡуя торғайныҡ. Кем нимә эшләй белә инде — бейейбеҙ, йырлайбыҙ, шиғыр ятлайбыҙ. Мин күберәк йырлай инем. Өләсәй беҙгә биш—ун һум бирә, ҡайһы саҡ туйҙарҙағы һымаҡ аҡса ташлайҙар, беҙ йыйып алабыҙ. Шунда Рәсүл олатайым беҙгә ҡурайҙа уйнай торғайны. Мин унан гел ҡоралын тотоп ҡарарға һорай инем. Ул үҙенекен бирмәй, һындырып ҡуйһам, тип, йәлләгәндер инде. Күп һорана торғас, бер көндө ул ҡурай эшләп бирҙе. Шуны тысҡылдатып, һыҙғыра белмәһәм дә, тотоп йөрөнөм. Ә бишенсе класта мәктәптә ҡурай түңәрәге асылды. Уны Минләхәт Исмәғил улы Назаров етәкләне. Яҙылдым. Тиҙҙән егеттәрһыҙғырырға, тауыш сығарырға өйрәнде. Ә мин, күпме тырышһам да, булдыра алмай ҙа ҡуям! Берәү килде лә ауыҙына ҡабып, өргәйне, һыҙғырҙы ла ебәрҙе. Түңәрәктән һуң, ғәрләнеп, өйгә ҡайтып индем дә атайыма һөйләнәм: “Бөтәһе лә һыҙғыра, минеке килеп сыҡмай! Улар әллә нисек ҡаба ул”, — тип Рәсүл олатайымдың ҡурайын ҡабып өргәйнем, һыҙғырҙым да ҡуйҙым! Ул көндө ҡурайҙы ҡулымдан төшөрмәй йөрөттөм. Киләһе тапҡыр ҡыуанып барып индем. Тик, үкенсекә күрә, ул түңәрәк ике-өс ай эшләне лә ябылды.
— Артабан үҙаллы шөғөлләндеңме?
— Әсәй мине һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа музыкаль һәләтемде үҫтерһен тип Баймаҡтағы Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә,ҡурай түңәрәгенә, яҙҙырҙы. Аҙнаһына ике тапҡыр дәрестәрҙән һуң ҡалаға йөрөй торғайным. Ул шөғөлдәрҙән иҫемдә уйылып ҡалғаны — асыҡҡаным. Дәрестән һуң тура барам бит инде, мәктәптә ашағы килмәй, сәй эсем дә шуның менән булды. Ашауға барымым булмағандыр. Хәҙер генә ул, студент булғас, тамаҡ ҡәҙерен белдем.
— Тимәк, сәнғәт юлынан китергә тип уҡыусы саҡтан уҡ хәл иттеңме?
— Атай һигеҙенсе класта уҡығанымда:“Ҙурайғас, кем булаһың?” — тип һорай башланы. Ағайым хәрби кеше булғас, уға ҡарап, мин дә шул юл менән китергә тигәйнем. Баймаҡтағы уҡытыусым Илшат Ишдәүләт улы Хабибуллин Сибай сәнғәт колледжына ҡурай бүлегенә инергә кәңәш итте. Уйланым-уйланым да, кәңәшкә ҡолаҡ һалдым.
Әммә колледжға уҡырға ингәс тә оҙаҡ икеләнеп йөрөнөм. Эйе, ҡурайсы булам. Тик ниндәй? Атай-әсәй: “Ярай, ҙурая килә үҙ юлыңды табырһың, үҫеш әле”, — тип дәртләндереп торҙо. Дүртенсе курсҡа етә килә генә ҡурайсы һөнәре нимә аңлатҡанына төшөнә башланым.
— Йәш сәсән булып та танылдың. Нисек барыһы башланып китте?
— Колледжда беҙҙе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина уҡытты. Ул эпосты өйрәнеү дәресен алып барҙы. Был кеше минең бөгөнгө һөнәремә, йүнәлешемә ҙур йоғонто яһаны. Тәүге дәрестә ул беҙгә “Урал батыр” эпосының бер нисә юлын ятларға ҡушты. “Кем иң яҡшы итеп ятлай, шуны Өфөгә алып барам”, — тине. Минең ул ваҡытта Өфөлә берҙе лә булғаным юҡ ине. Баш ҡаланы күрер өсөн генә ятлағайным, дөрөҫөн әйткәндә. Ә инде октябрь айында Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында дипломат булдым. Әле лә Асия Солтан ҡыҙы менән аралашып торабыҙ. Сәсәнлектең бөтә серҙәрен өйрәнгем килә. Үҙемәйәш быуынға ошо жанрҙы еткерергә тигән маҡсат ҡуйҙым. Асия Солтановнаға ҙур рәхмәт!
Ҡайһы бер ҡобайырҙар сәғәт ярым һөйләнелә. Үкенескә күрә, беҙҙә тамашасы әле тыңлап өйрәнмәгән. Һөйләүсе, ғәҙәттә, тик ултыра. Кеше уға ҡарап ялҡып китә, уның иғтибарын тотоуыауыр. Шуға ла мин өзләп тә, думбырала уйнап таебәрәм, ҡумыҙ ҙа ҡушам. Кешене биҙҙертмәҫ өсөн эффекттар өҫтәйем. Был ҡобайырҙы боҙоу түгел, киреһенсә, йәм өҫтәп ебәрәлер, тип уйлайым.
— Ҡобайырҙарҙы ятлар өсөн хәтер ҙә кәрәк бит әле...
— Көн һайын ҡабатлаһаң, ауырлығы юҡ. Ҡобайырҙарҙың башҡа төрлө шифалы яғы ла бар. Бәләкәй саҡтан мин ныҡ тотлоҡтом. Өләсәй миңә сүрәләр өйрәтә ине, сөнки уларҙы ятлағанда тотлоҡмайым. Йырлағанда ла шул уҡ хәл. Студент булғас, миңә ҡобайырҙар ярҙам итте. Бер көндөколледжға хәлде белешергә тип әсәй менән атай килде. Асия Солтановна уларҙы күреп ҡалып, минән бер юлы ҡобайыр ятлатып ишеттермәк итте.Ятлап бөтһәм, әсәй илап тора! Күрәһең, тотлоғоуым бөтөнләй юҡ булғанын аңлап ҡалған. Ысынлап та, уҡырға ингәс, бер-ике ай эсендә бөттө, сөнки мин эпос ятлап, һөйләй башланым. Ҡобайырҙар телде шымарта, тиҙәйткес һымаҡ булып та китә.
— Белеүемсә, һин әле юғары белем алып йөрөйһөң...
— 2020 йылда Сибай сәнғәт колледжы дипломын алғас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфөдәүләт сәнғәт институтына индем. Ул йылда коронавирус булып, ситтән тороп уҡыныҡ. Етмәһә, көҙгөһөн армияға китергә тейешмен икәнемдебеләм. Шуға ла теләр-теләмәҫ кенә уҡый инем. Бер көн ауылда машина йүнәтеп йөрөһәм, әсәй телефонымды тотоп сыҡты ла: “Уҡытыусың!..” – ти. Ҡараһам, видео аша Азат Айытҡолов шылтырата. Ә мин машина менән булышып йөрөп, ҡулдарым майлы. Алдым да: “Һаумыһығыҙ”, — тигән булам. “Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең уҡытыусығыҙ. Ваҡытығыҙ булһа, дәрес үткәрәйек”, — ти. “Минең ваҡытым юҡ, машина ремонтлап йөрөйөм”, — тип бысраҡ ҡулымды күрһәттем. Әсәйем ишетеп ҡалды ла: “Аптырап бараһыңмы! Уҡытыусың шылтыратып тора!” — тип әрләп ташланы. Тиҙ генә йыуындым да дәрескә “индем”. Әммә, әйткәнемсә, октябрҙә мине армияға алдылар.
— Армияла ла ҡурайҙа уйнағанһың, шикелле. Унда был ҡоралды ҡайҙан алдыһың?
— Үҙемдең ҡурайымды алып барҙым. Рөхсәт итмәҫтәр тип ҡурҡҡайным. Баймаҡта, Өфөлә артыҡһорау бирмәнеләр, нимә икәнен беләләр. Ҡурайҙа уйнағас, миңә шунда уҡ башҡа төрлө ҡараш булды. Хеҙмәт иткән ергә китер алдынан, бер нисә көн Өфөлә булдыҡ. Шулай, мин ҡурай уйнап ултырам, кемдәрҙер ятҡан. Ә ятырға ярамай. Командир килеп инде лә теҙеп ҡуйып әрләй: “Тороғоҙ! Бына, исмаһам, кеше ҡурайҙа уйнай, ә һеҙ тик ятаһығыҙ!” Мине саҡырып алды ла Башҡортостандың гимнынуйнарға ҡушты. Уйнаным. Шунан Рәсәйҙең гимнынһораны. Уйнаным. Егеттәргә ҡушылып йырларғаәмер бирҙе... Шулай, мине музыкант тип яҙҙырып, Кавказ яғына хеҙмәткә ебәрҙеләр. Унда ла мин ҡурайҙан айырылманым. Командирҙар көйҙәрҙеихлас тыңланы. Тәүҙә уның тарихын һөйләйем, шунан уйнайым. Ҡушаматым да “кураист” булып китте. Егеттәргә ҡурай эшләп күрһәтәм тиһәм, тапманым. Исмаһам, айыу көпшәһе лә булманы. Шуға ҡыҙыҡ өсөн бер тапҡыр швабраның тимер һабынан эшләп ҡараным. Маҡтарлыҡ сыҡманы. Алай ҙа үҙемдекен алып барғанмын! Көн һайын бер нәмә ялҡытып китә ине, ә ҡурай уйнаһаң, рәхәтбулып ҡала торғайны.
— Сәнғәт юлын һайлағанға үкенмәйһеңме?
— Армияла хәрби оркестрҙа музыкант булып ҡалырмын тигән уй булды. Рапорт яҙғас ҡына ата-әсәйемә әйттем, улар бик ҡаты үпкәләне. Бигерәк тә атайым. “Ағайың да, һин дә хәрби хеҙмәттә булһағыҙ, ҡартайған көндә кем беҙгә ярҙам итер?” — тине ул. Уларҙы бик яҡшы аңланым, әйткәндәрен ҡолаҡҡа элдем. Шулай ҙа ҡарар ҡабул итер алдынан Сибайҙағы уҡытыусым Нурғәли Мирғәли улы Кейекбирҙинға ла шылтыраттым. Улда: “Мин инде өлкәнәйҙем. Бында эшемде дауам итеүсе кеше талап ителә. Һин Башҡортостанға кәрәкһең, әрмелә юғалып ҡаласаҡһың”, — тине.Шунан ғына уйлап ҡуйҙым: ысынлап та, ҡурайҙы һайлағасмын, артабан да алға барыу мотлаҡ.Уҡытыусыларыбыҙҙың юлын дауам итергә, аманатын һаҡларға тейешбеҙ. Башҡа бер ҙә ҡурайҙы һайлағаныма үкенмәнем. Ҡабаттан йәшәһәм, ошо уҡ һөнәргә уҡыр инем.
— Хеҙмәттән һуң уҡыуы ауыр, тиҙәр. Һиңә нисек булды?
— Ауырыраҡ булды, әлбиттә. Уйнау кимәлем дә төшкән. Ишмулла Дилмөхәмәтов әйтмешләй, бер көн уйнамаһам — үҙем һиҙәм, бер аҙна уйнамаһам— халыҡ һиҙә. Армияла даими шөғөлләнмәгәс, ҡыйынға тура килде. Әле өсөнсө курстамын, яйлап йышылдым.
— Күп кенә студенттар уҡып та, эшләп тә йөрөй. Сәнғәт өлкәһендә икеһенә лә өлгөрөргә буламы?
— Эйе, әлбиттә. Мин Сибайҙа уҡығанда уҡ эшләй башлағайным. Өсөнсө курста 10-сы мәктәптә түңәрәк алып барҙым. Дүртенсе курста Сибай урта махсус музыка колледжында ҡурайсылар ансамблен етәкләнем. Өфөлә инде икенсе йыл 13—сө Өфө коррекция мәктәп-интернатында “Осҡон” ансамблен етәкләйем, төнгө тәрбиәсе булып та эшләйем. Ә күптән түгел “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисымын.
— “7 егет” телепроектында ҡатнашып, танылыу яулағайның. Унда нисек эләктеһең?
— Бәләкәй саҡтан һәр ваҡыт башҡортса каналдар ҡарап үҫтем. Шуға ла ундай тапшырыуға эләгеүҙе бер мәртәбә һымаҡ ҡабул иттем. Ҡапыл ғына уйлап, ғариза ебәрҙем. Ғаризала “Реалити-шоуҙан нимә көтәһегеҙ?” тигән һорау бар ине. “Проектта ҡатнашып, еңеү яулаһам, гала-концертта барығыҙҙы ла арытҡансы бейетеп, иң матур ҡыҙҙы атыма ултыртып, Баймаҡҡа ҡайтам” тип яҙғайным.
— Унда ҡатнашам тигәсһең, туғандарың нимә тине?
— Проектҡа алабыҙ тигән яуап килгәс, атайға әйткәйнем, иң беренсе: “Ә бесәнде кем эшләй?”— тип һораны. Ағай ҡайтҡан ине, ул бесән эшләне, мин проектта ҡатнаштым. Үҙемә файҙалы дәрес алдым. Иң оҡшанғаны — мейес эшләү, сыбыртҡы үреү, самауыр ремонтлау. Самауыр ремонтлауға миңә хатта заказда килде әле ул. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеп сыҡтым. Бүләккә бүрек менән ҡурай бирҙеләр. Икеһен дә бер нисә тапҡыр сәхнәгә алып сыҡҡаным бар.
— Һинең өсөн тормошта иң беренсе урында нимә тора?
— Ғаилә. Алла бирһә, киләсәктә өй һалырға, донъяла ашҡынып ҡайтырлыҡ үҙ мөйөшөмдө булдырырға тип хыялланам. Эштән ҡайтышлай баҡсаға инеп укропты йолҡоп алырға ла картуфҡа турап ғаиләм менән ултырып ашаясаҡбыҙ, тип күҙ алдына килтереүе лә рәхәт! Әле лә ятаҡта йәшәүемә ҡарамаҫтан, тәҙрә төбөндә гөлдәр, һуған, укроп үҫтерәм. Ҡунаҡ килһә, турамаға, ашҡа һалып ебәрәм. Бешеренергә лә, ҡунаҡ та яратам.Киләсәктә үҙ йортомдан да, ғаиләмдән дә ҡунаҡ өҙөлмәҫ тип уйлайым.
— Ниндәй уй-хыялдар, теләктәр менән янып йөрөйһөң?
— Үҙ һөнәремдә камиллашырға. Ҡурайсы, сәсән булып танылғы килә. Ҡобайырҙарҙы ятлап, яҙҙырып, киләсәк быуындарға тапшырырға теләйем. Маҡсаттар ҙур. Минән кеше сығыр тип уйлайым.
Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.