

Минскиҙа башҡорт яҙыусыһына арнап ағас ултырттылар. Был ике милләт араһындағы дуҫлыҡты нығытыу билдәһе.
Ағасты башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап ултырттылар. Эргәһенә Белорус яҙыусыһы Пимен Панченкоға ла ағас ултыртылды. Үҫентеләр Белорус Республикаһы Милли китапханаһы эргәһендәге аллеяһында үҫәсәк.
Был ағастарҙы Белоруста уҙған Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ултыртыу планлаштырылған булған, әммә һауа торошо арҡаһында сара ноябргә күсерелә.
Ағас ултыртыу сараһында Башҡортостан яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың хаты уҡылды: "Һәҙиә Дәүләтшина - Башҡортостан әҙәбиәтенең сағыу шәхестәренең береһе. Ул 1936 йылда СССР-зың яҙыусылар Пленумы составында тәүге тапҡыр Минскиға барған башҡорт яҙыусылары араһында була. Тимәк, ике халыҡтың яҙыусылары араһында дуҫлыҡ ептәре һалыусыларҙың береһе. Һәҙиә Дәүләтшина Белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡортсаға ла тәржемә итә. 1937 йылда репрессияға эләккәндең ҡатыны булараҡ лагерға ебәрелә. 1942 йылда хикәйәләр һәм повестар авторын, уҡытыу һәм яҙышыу эшен тыйып, Бөрөгә ебәрәләр. Тик 1957 йылда, үҙе вафат булғас, исеме ҡайтарыла. 87 йыл үткәс, ул ҡабаттан оло хөрмәт менән Минскиға "ҡайтты". Был ваҡиға Минскиҙағы Башҡортостан әҙәбиәте көндәре сиктәрендә булыуы бик ҡыуаныслы".
"Ағастар - ерҙә эҙ ҡалдырған шәхестәргә ихтирам билдәһе. Бөгөн йәш ҡайын менән имән Минскиҙың үҙәгендә урын тапты. Эргәләрендә - башҡорт әҙәбиәте классигы, ауыр яҙмышлы ҡатындың, Һәҙиә Дәүләтшинаның һәм Белорустың халыҡ яҙыусыһы Пимен Панченко исемдәре. Ике милләт араһында дуҫлыҡты нығытҡан яҙыусыларҙың һүҙ көсөн күрһәткән ағастар шаулап үҫһен", - тине Белорус яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Елена Стельмах.