

Төндә Ғәзиз яраһының ауыртыуын тоймай, тыныс, һәйбәт йоҡланы. Төш күрҙе. Бер ваҡытта ла онотолмаҫлыҡ, ғүмер буйы хәтерләрлек төш. Кеше төштө аҡлы-ҡаралы төҫтә генә күрә, тигән булалар. Ысын донъяның үҙе кеүек төҫлө төш ине ул. Өндәге кеүек ап-асыҡ. Тау үҙәне буйлап шишмә сылтырап ағып ята. Төбөндәге аҡһыл ваҡ таштары ла үтәнән-үтә күренә. Эргәлә – бәкәлде күмерҙәй күпереп торған йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Арыраҡ – ал-ҡыҙыл сәскәлек. Саҡ ҡына түбәндәрәк – бөтә төҫтәре лә теп-теүәл ике ҡатлы йәйғор тора. Үҙе яп-яҡын: бер ынтылһаң, үтә сығып үткәнеңә, бала сағыңа ҡайтып инерлек кенә. Ғәзиз Гүзәлде ике ҡуллап күтәргән дә, шишмәне бер тегеләй, бер былай аша атлап йөрөй. Гүзәл һуңғы күргәндәге кеүек – инде буйы етеп килгән зифа һынлы һылыу ҡыҙ. Ебәк күлдәге аша яланғас аяҡтары, нәҙек биле, саҡ ҡына ҡалҡып килгән күкрәге үтә күренеп ҡклғандй була. Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәстәре битенә һибелеп, тартыныуҙан алһыулыҡ йүгергән яңаҡтарын, танауын, ирендәрен ҡаплай төшкән. Ғәзиздең ике ҡулы ла иҫән. Йәнгә шундай рәхәт, йөрәге шундай ярһып, тулҡынланып тибә...
Ғәзиз үҙенең йөрәк тибеше тауышына уянып китте. Ҡояштың иртәнге яҡтылығына күҙҙәрен асып ебәргәндә лә төштә кисергән рәхәтлек күңелендә йәшәй ине әле. Төш икәнен аңлағандан һуң да шатлыҡ тойғоһо бер аҙ юғалмай торҙо. Һыңар ҡулы юҡлығының алда күпме ҡыйынлыҡтар күрһәтәсәген күҙ алдына килтергәс кенә, Ғәзиз тағы әсенеүгә бирелде. Яраһы һыҙланыуынан да былайыраҡ әсенде ул күңеленән.
Их, ул ҡәһәрле көн! Кире ҡайтарып булһа... Ни эшләр ине Ғәзиз? Һаҡлап ҡала алыр ине микән ҡулын? Бөтә тәнен тимер ярсыҡтарынан иләк кеүек тишкеләтер инеме? Бына, яҙмыштың яуыз уйнауы: ниндәй көндә бит әле! Иртәгә, хеҙмәттәш дуҫтар менән башҡорттар йолаһы буйынса ҡуш ҡуллап күрешеп хушлашып, бөтөнләйгә тыуған яҡҡа ҡайтам тигән көндә. Ҡалҡыулыҡтағы тыуған йортҡа, Дим туғайына, бөгөлдәге ятыуға. Әсәй-атай, туғандар янына.
Нисек килеп сыҡты әле ул көндө? Ҡотолорға мөмкин түгел инеме?
Егет инде уйы менән ауылда йөрөй башлағайны. Иртәгәһе көндө минуттар һанап көтә ине. Ҡайта торған һалдаттарҙы нарядҡа ебәрмәнеләр. Әҙерләнергә, ял итергә ҡуштылар. Ғәзизгә әҙерләнәһе юҡ. «Дембель» сумаҙаны күптән тултырылған, мундир килешле итеп рәткә килтерелгән, өйҙәгеләрҙең һәр беренә атап бүләктәр алынған. Эш бөткән. Тик торорға күнекмәгәс, көн үтмәй. Ирекһеҙҙән уйланаһың да, ғәжәпләнеп ҡуяһың. Ошо сит ерҙәге ике йыл хеҙмәт, бында күргән-кисергәндәр, ошо ерҙең һауаһы, тупрағы, сит телдә һөйләшкән кешеләре – бөтәһе лә Ғәзиздең тормошона айырылғыһыҙ булып ишелеп ялғанғандар. Ҡалдырып китеү йәл, яманһыу. Шул уҡ ваҡытта тыуған ауыл да һине ашҡынып көтә...
Бында тормош үҙенсә дауам итә. Ана, бер төркөм егеттәр полигонға китергә йыйына. Взвод-взвод менән теҙелешеп баҫҡандар. Әллә нисәмә взвод. Ер шарындағы ошо бәләкәй генә бер ерҙең именлеген һаҡлау өсөн ни хәтлем яҙмыш үҙенең тыуған илен ҡалдырып килгән.
– Иптәш өлкән сержант! Батальон командирына!
Ғәзиз үҙенә өндәшкән һалдатты ярты һүҙҙән аңлап, командир янына йүгерҙе.
– Джигит, миленький! Ярҙам ит, ҡотҡар, – тип ҡаршыланы уны командир. – Кеше етешмәй, һин бит взвод командиры вазифаһын башҡара торғайның. Бар әле беҙҙең менән полигонға. Һуңғы тапҡыр.
«Джигит» – Ғәзиздең һалдаттар араһындағы ҡушаматы. Теге уҡ-һыҙаҡты ишеткәндән һуң, хөрмәтләп тағылғайны был исем. Батальон командирына ла барып еткән икән. Приказ менән ҡушаһы урынға, шулай инәлеп һорап торғас, нисек тыңламайһың? Юҡ, Ғәзиз полигонға бармай ҡала алмаҫ ине. Артабан?..
Яралар, яралар... Ошо палатала ятҡан бөтәһенең яраһын бергә ҡушһаң да, Ғәзиздекенә етмәҫ. Күп түгелме һуң бер башҡа? Ыңғырашмаҫҡа тырышып, ул ирендәрен сәйнәп иҙгеләп бөттө, тештәрен ҡыҫып, яңаҡтарын һыҙлатты. Иҫән ҡулының бармаҡтарын ауырттырғансы йомарланы, һис баҫылмай был яралар. Тағы гангрена микән ни? Теге наркоздан һуң өс-дүрт көн үтеүгә, ауыртыуы кәмей төшөргә тейеш ине бит. Вера инһә генә, һыҙлауы әҙ-мәҙ туҡтап тора торғайны. Уныһы ла инмәҫ булды. Өркөттө бынау бәндәләр.
Артабан...
Һалдаттар блиндаж ҙурлыҡ траншеяларҙан граната ташланы. Ғәзиздең взводы әлеге батальон командирының траншеяһына эләкте. Бөтәһе лә ғәҙәттәгесә, ул-былһыҙ барҙы. Һалдаттар сиратлап траншеяға килә торҙо, «джигит» менән батальон командиры һәр береһенә тағы бер ҡат ентекләп өйрәтеп, ташлата торҙо. Көн дә һиҙелмәҫтән кискә ауышты. Аҙаҡҡы отделениеның сираты еткәс, батып барған ҡояшҡа иғтибар итеп, Ғәзиз һөйөнөп ҡуйҙы.
Ләкин бер егет ҡаушаны. Инструкция буйынса, траншеяла Ғәзиз менән офицерҙың уртаһында тора ине ул. Запалдың сөйөн һурғас, гранатаны алдағы сәпкә ырғытыр алдынан ҡапылҡулынан төшөрҙө лә ебәрҙе. Лимон ҙурлыҡ ҡына тимер траншея төбөнә, Ғәзиз менән йәш һалдаттың икеһенең аяҡ араһына килеп ятты. Дүрт секундтан шартларға тейеш. Батальон командирының буйы етерлек түгел – эйелеп алып өлгөрмәйәсәк... Ғәзиз, йәшен тиҙлегендә хәл итеп, үҙе алып ырғытырға ергә үрелде. Бер юлы офицер ҙа ынтылды. Тик тар траншеянан сығып ҡасырға тырышып та, быуындары хәлһеҙләнеп, сыға алмай аҙапланып ятҡан һалдат икеһенә лә ҡамасауланы. Гранатаға ҡул менән үрелеп етеп булманы. Нисә секунд үткәндер, ташлап өлгөрмәҫен аңлағас, Ғәзиз йомро үлем йомғағын итек башы менән траншеяның ситенә тибеп ебәрҙе лә, үҙе әллә ниндәй көс-ҡөҙрәт табып, һалдат менән офицерҙың икеһен бер юлы арғы мөйөшкә этәреп, уларҙы кәүҙәһе менән ҡапланы.
Шул мәлдә ни эшләргә тейеш ине Ғәзиз? Уйланып торорға ваҡыт юҡ ине. Бөтәһе лә үҙ ихтыярынан тыш килеп сыҡты. Тимәк, ҡотолоу мөмкин булмаған. Траншеянан һикереп сығып, ике метр ситкә ырғып өлгөрһәң, граната ярсығы түгел, тырнаҡ менән сиртеүҙән дә ҡотолаһың. Ә комбат, теге йәш һалдат? Юҡ, был мәл мең тапҡыр кире ҡайтһа ла, Ғәзиз улай итә алмаҫ ине.
Артабан?
Артабан ул бер ни ҙә хәтерләмәй. Госпиталдә аңына килде. Ҡайҙа ятҡанына ла төшөнөп өлгөрә алманы, тәҡәтһеҙ ауыртыуҙан тағы иҫен юғалтты. Нисә көндәр шулай ҡабатланғандыр. Йәш бала кеүек яңынан иҫ белә башлағанда, һул ҡулы терһәктән юҡ ине. Муйындан түбән тотош аҡ марля менән сырмалған тәнен төрлө ерҙән ҡыҙыл таптар ҡалҡып сыбарлаған.
Батальон командирына бер ни ҙә булмаған. Госпиталгә Ғәзиз янына ул ҡабат-ҡабат килеп сыҡты. Ингән һайын «Нихәл, батыр джигит!» – тип һаулашты. Уның талабы буйынса Ғәзизде иң һәйбәт врачтар ҡараны, иң һирәк осрай торған дарыуҙар табылды.
Баш осонда өҙлөкһөҙ дежурҙа ултырған һалдаттар теге йәш егеттең аяғы ғына ике-өс урындан еңелсә телгеләнгәнлеген әйттеләр. Ул инде һауығып та сыҡты. Исемен дә белмәй ҡалғайны Ғәзиз. Егет аҙаҡ уның янына килеп, күҙ йәштәре менән рәхмәттәр уҡыны. Йәшәү менән үлем араһында яфаланған кешегә рәхмәт һүҙе ишетеү ҡайғыһы инеме?..
Бер аҙҙан Ғәзизде үҙебеҙҙең илгә ҡайтарып, ил сигендәге иң һәйбәт дауаханаларҙың береһенә һалдылар. Ҡырҡылған ҡулға юлда гангренамы, ниҙер булған. Килгәс, наркоз менән тағы 5–6 сантиметр киҫеп ташланылар.
Аңына килеп, үҙенең иҫән икәнлеген аңлағас, Ғәзиздең өйөнә ҡайтҡыһы килде. Һинең ыңғырашыуыңды, ауыртыуҙан ғазапланыуыңды, бүтән мәшәҡәттәреңде сит кешеләр күрмәһен. Ирендәрең сатнап кибеп, тамағыңа бер иле төйөр ултырып һыуһағанда, ауыҙыңа балғалаҡ менән әсәйең, һис юғында берәй яҡын туғаның һыу тамыҙһын. Тәнеңдә хәлең ҡалмаһа, һуңғы минуттарыңда күҙең уларға төбәлһен. Өйҙә, бары тик өйҙә генә...
Вераның яғымлы ҡараштарын, яраларҙы бәйләгәндәге хәстәрле йомшаҡ ҡулдарын тоя башлағас ҡына шул тойғоһонан әҙ генә һүрелде Ғәзиз.
Ә ул хәҙер юҡ. Нисә көн икән күренмәй? Игеҙәктәр тупаҫ биҙҙерҙеләр ҙә, бер ни булмағандай тағы өс-дүрт көн ятып, дауахананан сығып та киттеләр. Икеһен бер үк көндә оҙаттылар. Палата эсе тып-тын булып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барып, кемдәрҙең башын ҡаңғырталарҙыр инде улар? Ғәжәп был донъя. Тын палата бер аҙ толҡаһыҙланып китте. Шуларҙың сутырлашыуына ла өйрәнелгән икән. Күңелһеҙ булып ҡалды. Мыжыҡ ирҙең дә тауышы сыҡмай. Мөйөштәге малай инде күптән тынды. Йоҡоһонан уянып, сәңгелдәк өҫтөндә эленгән уйынсыҡтарға текләп аптыраған сабый кеүек, түшәмгә төбәлеп, өнһөҙ тик ята.
Ғәзиздең хәле саҡ ҡына яҡшырҙы. Яраларының һыҙлауы бер-бер артлы баҫыла барҙы. Бәләкәсерәктәре бөтәшеүгә табан китте. Улар урынына егеттең күңелендә хәсрәт көсәйгәндән-көсәйҙе.
Ҡулһыҙ ни эшләргә? Һыңар ҡул менән нисек йәшәргә? Әсәй, атай, бахырҙар, аңлар, үҙҙәренең хәсрәтен белгертмәҫкә тырышыр. Вәғиз дә, башҡа туғандар ҙа йыуатҡан булыр. Ләкин халыҡ араһына нисек сығырға? Зәғиф ҡулыңды, әле юрған аҫтына йәшереп ятҡан кеүек, гел йәшереп йөрөп булмаҫ бит. Ә Гүзәл?!!
«А-ай! Сәстәрҙе бөртөкләп, йолҡорғамы? Ишетәһегеҙме, кешеләр, кем бар унда? Бер нисек тә үҫтереп булмаймы ҡулымды яңынан? Ни эшләргә миңә? А-а-а!»
Ғәзиз, аяҡ-ҡулы тартышҡандай, карауатында бөгәрләнеп, сәбәләнә башланы. Күҙ алды томаланды...
Көтмәгәндә һары томан эсендә Вераның яғымлы йөҙө, хәстәрле зәңгәр күҙҙәре салынып ҡалды. Йылы ҡулдары маңлайҙы һыйпап үткәндәй булды. Ысынлап та, Вера. Ауырыуҙың хәлен тулыһынса аңлаған наҙлы күҙҙәре менән ҡараны егеткә.
– Ауыртамы, Ғәзиз? Хәҙер үтә ул, йән киҫәгем. Хәҙер, хәҙер, түҙ инде саҡ ҡына.
Ғәзиз тыныслана төштө, һуңғы көндәрҙә тәүге тапҡыр өндәшергә хәле етте.
– Нимә тип ҡысҡырҙым мин, Вера?
– Ҡысҡырманың. Ыңғырашып, бөгәрләндең.
– Их, ыңғырашмаҫҡа ине лә!..
Вера ауырыуҙың карауаты ситенә ултырҙы. Ғәзиздең маңлайын, сикәләрен йылы устары менән һыйпай-һыйпай һөйләште.
– Былай ҙа түҙемһең һин, Ғәзиз. Врачтар таң ҡала. Салауат тоҡомо. Һеҙҙең Салауат тураһында ишеткәнем бар ине. Һинең башҡорт икәнеңде белгәс, ҡыҙыҡһынып, уның хаҡында яңынан уҡып сыҡтым. Ғәжәп кеше булған икән. Дүрт тапҡыр яраланған, ҡот осҡос язалағандар, сирек быуат каторгала интеккән. Ә рухын һындырмаған. Шағир булып ҡалған. Шундай тоҡомдан икәнһең һин.