+21 °С
Болотло


Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижад байрамында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин уның һүҙҙәренә яҙған йырҙы башҡарып, барыбыҙҙы таң ҡалдырҙы. Зал әҫәрләнеп тыңланы. Берәүҙәр Рәмилдең талантына һоҡланһа, икенселәр, моғайын, үтеп барған ғүмер хаҡында уйланғандыр... Тик ошо тиклем талантлы кешенең әле һаман атҡаҙанған булып йөрөүе генә ғәжәпләндерҙе. Күпме уҡыусыларыбыҙҙа сәнғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, халыҡ өлгөһөнә тиң булған әллә күпме йырҙар ижад иткән. Талантлы йырсының йырын һеҙ ҙә тыңлағыҙ әле. Оҡшаһа, фекерҙәрегеҙҙе көтәбеҙ.
Фото: скриншот