Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2023, 03:55

Лайыҡлы баһа

Нәзифә Фирҡәт ҡыҙын маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Лайыҡлы баһаЛайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа

 

Аҡъяр район мәҙәниәт йорто методисы Нәзифә Ҡыҙрасоваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

- Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүемә 30 йылдан ашыу. Һөнәремде яратам, район мәҙәниәт йорто икенсе өйөм кеүек яҡын. Күп йыллыҡ хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ҡыуанам һәм рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай һөҙөмтәле эшләргә яҙһын. Киләсәктә лә мәҙәниәт өлкәһе гөрләһен, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ижади үрҙәр яулаһын, һәммәбеҙҙәгә лә иҫәнлек-һаулыҡта, бәрәкәтле һәм мул тормошта йәшәргә яҙһын, - тине  Нәзифә Ҡыҙрасова  тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Нәзифә Фирҡәт ҡыҙын маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Рәзилә Байғусҡарова.

"Хәйбулла хәбәрҙәре"

 

Автор:
Читайте нас