Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2023, 15:00

Хәйбуллалар бер ерҙә лә һынатмай!

Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә, телен һаҡлауҙа артабан да уңышлы эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға, милләтебеҙҙе донъя кимәлендә балҡытырға яҙһын!

Хәйбуллалар бер ерҙә лә һынатмай!Хәйбуллалар бер ерҙә лә һынатмай!
Хәйбуллалар бер ерҙә лә һынатмай!

Ямал-Ненец автономлы округының Надым ҡалаһында эшләүсе Бакаловка ауылы һылыуы Нурия Наил ҡыҙы Ишемова «Азия күге аҫтында» төрки халыҡтарының асыҡ фестиваль конкурсында ҡумыҙ менән сығыш яһап «Инструменталь жанр» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ була. Шулай уҡ Нурия Наил ҡыҙы ҡатнашлығындағы «Тыуған яҡ» вокаль ансамбле был фестиваль конкурста Гран- при яулай.
Үтә ҡатмарлы һәм дәһшәтле дәүерҙәрҙә лә юғалмаған, тарих битенән юйылмаған, боронғо милли музыка ҡоралы ҡумыыҙҙы пропагандалау, башҡорт теле башҡа милләттәр тарафынан йотолмаһын, башҡорт мәҙәниәте юҡҡа сыҡмаһын тип тырышҡан Нурияны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә, телен һаҡлауҙа артабан да уңышлы эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға, милләтебеҙҙе донъя кимәлендә балҡытырға яҙһын!

https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_9006

Автор:
Читайте нас