Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2023, 13:21

Ғүмер юлын мәҙәниәт менән...

Хаҡлы ялға сыҡҡас та, улар райондың мәҙәни тормошонда ҡайнауҙарын дауам итә.

Ғүмер юлын мәҙәниәт менән...Ғүмер юлын мәҙәниәт менән...
Ғүмер юлын мәҙәниәт менән...

Район мәҙәниәт йортонда бөгөн ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп абруй ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙы тәбрикләү сараһы уҙҙы. Миңнисә Солтанова, Фәниә Арыҫланова, Шәрифә Билалова, Нәзифә Ҡыҙрасова һәм Фәниә Нураеваларҙың ошо өлкәләге дөйөм эш стажын бергә һалһаң - 188 йыл тәшкил итә! 188 йыл дауамында улар үҙ ауылдарында мәҙәни мираҫты тергеҙеү, һаҡлау һәм арттырыу, рухи байлыҡты, тәжрибәне быуындан-быуынға тапшырыу буйынса ентекле эш алып барған һөнәр оҫталары. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, улар райондың мәҙәни тормошонда ҡайнауҙарын дауам итә. Тәбрикләү сараһында һүҙ уларҙың район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергә тос өлөшө, ал-ял белмәй эшләгән талымһыҙ хеҙмәт йылдары хаҡында барҙы, йылы рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

https://vk.com/club207714147

Автор:
Читайте нас