Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 10:12

Йәтәс!

Мәләүез районы Смаҡ ауылы ағинәйҙәре был уйынды тергеҙеү яҡлы.

Йәтәс!Йәтәс!
Йәтәс!

Йәтәс, юҡ, иҫемдә! Һеҙ ошо уйынды хәтерләйһегеҙме? “Йәтәс айырышыу” ҙы балалар ғына түгел, ололар ҙа ярата. Хәтерҙе нығытыу, иғтибарҙы үҫтереү уйынын элек йыш уйнағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевизор, телефон уны ҡыҫырыҡлап сығара, юҡҡа сығара бара.

Ә Смаҡ ауылы ағинәйҙәре был уйынды тергеҙеү яҡлы. Баҡса эштәре тамамланып, йорт ҡоштарын һуйғас, бер-беребеҙгә сәйгә йөрөү йолаһы бар был тарафта. Яңыраҡ ошондай аш табынында хужабикә Кинйәбикә апай йәтәс айырыуҙың шарттары тураһында һөйләп, ҡунаҡтарға ҡоштоң дуға рәүешендәге саталы түш һөйәген таратҡан.
Ауылдарҙа ҡош ите бешергән һайын ошо һөйәкте кимергәс, киптереп, йыйып баралар. Уйында ҡатнашыусылар иғтибарлы булырға тейеш, отолһа дуҫыңа алдан һөйләшелгәнсә, нимә булһа ла бүләк итергә тейеш.
Апайҙар бер самауыр сәй менән генә сикләнмәй, бер-береһенә иҫтәлеккә күлдәк, һауыт-һаба ла бүләк иткән! Ә һеҙ уйнайһығыҙмы?!

"Көнгәк" гәзите.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-142137490_53487?access_key=9bde9526edbeefc518

Автор:
Читайте нас