Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2023, 19:51

Башҡортостандың халыҡ шағиры - тыуған яғында

Халыҡ шағиры мәктәпкә буш ҡул менән килмәне - белем усағына үҙенең 100-ҙән ашыу китабын бүләк итте.

Башҡортостандың халыҡ шағиры - тыуған яғындаБашҡортостандың халыҡ шағиры - тыуған яғында
Башҡортостандың халыҡ шағиры - тыуған яғында

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай тыуған яғы Хәйбуллала "Шоңҡар" журналы менән сәфәрҙә йөрөй. Тәүге көндә осрашыу быйыл ғына асылған Аҡъяр 3-сө урта мәктәбендә башланды. Халыҡ шағиры мәктәпкә буш ҡул менән килмәне - белем усағына үҙенең 100-ҙән ашыу китабын бүләк итте. Фәһемле һәм йөкмәткеле осрашыу райондың үҙәк китапханаһында дауам итте. Бында ҡасандыр шағир белем алған 1-се мәктәп уҡыусылары йыйылғайны. Уҡыусылар уға үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе һәм шиғырҙарын яттан һөйләне. Осрашыу артабан Әбүбәкер ауылы китапханһында дауам итте. Бында китапханасы Рәсимә Акилова әҙипкә арнлаған күргәҙмә ойошторған.

Иртәгәһенә халыҡ шағирын Турат ауылы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ҡәҙим Әбделғәлим улы бында бер нисә йыл белем алған һәм уҡытҡан. Сара бик матур барҙы. Китапханасы Нажиә Асҡарова бай йөкмәткеле тамаша әҙерләгәйне.

Хәйбулла районы халҡы "Шоңҡар"ҙы яратып уҡыуы хаҡында һөйләне һәм киләсәктә лә бәйләнештә булыуын белдерҙе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас