Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2023, 19:05

Яҙыусылар союзы 3000 китап бүләк итә

  Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Китап менән ғүмерлеккә!" акцияһын иғлан итте.

Яҙыусылар союзы 3000 китап бүләк итә
Яҙыусылар союзы 3000 китап бүләк итә

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Китап менән ғүмерлеккә!" акцияһын иғлан итте.

Был проект буйынса ойошма 3000 китап бүләк итә. Бындай ҙур акция Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм шәхсән Әминә Шафиҡова ярҙамында ойошторолған.

 

— Беҙгә йыш ҡына китаптарын таратыуҙа ярҙам һорап яҙыусылар мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта Өфөгә килеп китап һатып алыу мөмкинлеге булмаған уҡыусыларыбыҙ ҙа яҙа. Шунлыҡтан беҙ "Китап" нәшриәтенән союзыбыҙ ағзаларының китаптарын һатып алдыҡ. Ноябрь айынан 2024 йылдың февраленә тиклем республиканың район-ҡалаларында яҙыусылар ҡатнашлығында уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар ойошторасаҡбыҙ. Унда яҙыусының автографлы китаптары бүләк ителәсәк.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булғандарҙың барыһын да - башҡорт, татар, рус телендә ижад итеүселәрҙе был акцияға йәлеп итергә тырышырбыҙ. Был акция ижадсыларға ла, уҡыусыларға оҡшар икәненә шикләнмәйем, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

 

Ноябрь айында Дүртөйлө, Хәйбулла, Йылайыр,Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Архангель,  Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил райондарында осрашыуҙар буласаҡ.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: