Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2023, 17:35

Яугиргә “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелде

Быға ҡайһы берәүҙәр ғәжәпләнеүен дә белдергән.

Яугиргә “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелде
Яугиргә “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелде

 Бөгөн  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы-музыканты,  үҙе теләп  махсус хәрби операцияға киткән Радик Динәхмәтовҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы”  тигән маҡтаулы исем бирелде. Быға ҡайһы берәүҙәр, шул тиклем матур йырлай, бығаса был исеме юҡ инеме ни, тип ғәжәпләнеүен дә белдергән.  Уға был награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.

  Йырсыны маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ. 

Автор:
Читайте нас: