Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2023, 17:21

Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә

Башҡорт һәм сит ил йәштәрен берләштергән майҙан ярайһы уңышлы эшләй.

Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшәЙәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә
Йәштәр "BASH.LINGUA"ла берләшә

Башҡорт һәм сит ил йәштәрен берләштергән майҙан ярайһы уңышлы эшләй.

"BASH.LINGUA" - башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу өсөн эшләнгән, Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан. Тәүҙә халыҡ-ара һөйләшеү клубы форматында уҙғарылған сара хәҙер 200-ҙән ашыу йәш кешене берләштерә. Уҙған йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ проектҡа 280 мең һумға торош иткән финанс ярҙамы күрһәткән.

Форум өс йүнәлештә эшләй: "Этно-уңыш", "Башҡорт театры һәм кинематографы", "Проекттар механизмы". Унда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, сит ил студенттары ҡатнаша ала.

Быйыл яҙ, 23 апрелдә, "Торатау" конгресс-холында "BASH.LINGUA" мәҙәни-белем биреү этнофорумы үткәрелгән. Унда, дөйөм алғанда, 100 кеше ҡатнашҡан, улар араһында 32 сит ил вәкиле булды (Мысыр, Малайзия, Колумбия, Доминикан, Марокко һәм башҡа илдәрҙән). "Проекттың лозунгыһы – "Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу", - ти клуб ағзалары. Уларҙың ҡайһы берҙәре үткән сара буйынса фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Мираҫ Үҙәнбай, ҡурайсы: "BASH.LINGUA" - башҡорт халҡының традицион һәм академик мәҙәниәтен популярлаштырыу, был шәп сарала ихлас ҡатнашам. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ҙур уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәрҙең сығыштары, сит ил студенттары менән аралашыу, йыр-моң, бейеү, йәштәр өсөн эшләнгән дәртле программа. Тиҫтерҙәребеҙ ошондай матур саранан ситтә ҡалмаһын, тырышайыҡ, бай мәҙәниәтебеҙҙе бергәләп өйрәнәйек!"

Морат Кейекбаев, сарала ҡатнашыусы: "BASH.LINGUA" мәҙәни-мәғрифәти этнофорумының бер өлөшө булыу - минең өсөн ҙур уңыш. Халыҡ-ара киңлектә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проектҡа ҡушылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!"

Автор:
Читайте нас