Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2023, 15:33

Шиғри-йырлы кисә...

Өфөлә бер төркөм йәштәрҙең ижадына арналған  кисә  үтте. 

Шиғри-йырлы кисә...Шиғри-йырлы кисә...
Шиғри-йырлы кисә...

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында "Алмаз баҡсаһы" исемле сара үтте. Бер төркөм йәштәрҙең ижадына арналған сараның авторы - Алмаз Батталов.  Уның һүҙҙәренсә, бындай осрашыу арабыҙҙағы таланттарҙы, замандаштарыбыҙҙы, күрһәтеү, танытыу өсөн ойошторолған.

 

Шиғыр һәм йыр кисәһендә Алмаз Батталов - рассәм, уҡытыусы, төрлө темаларға арналған үҙең шиғырҙарын уҡыны.

 

Айҙар Исхаҡов - З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты, йырсы, музыкант, мультиинструменталист ҡурайҙа уйнаны.

 

Гүзәл Сәлихова, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы хеҙмәткәре, үҙенең шиғырын уҡыны, йыр бүләк итте.

 

Юлия Алексеева, шағира, шулай уҡ  мөхәббәт, иреклек, дуҫлыҡ темаларына арналған шиғырҙары менән бүлеште. Йәш авторҙың "Зорко лишь сердце" тип аталған шиғырҙар китабы ла бар икән.

 

Рената Исмәғилева, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты. Ул барыһын таң ҡалдырып скрипкала уйнап ишеттерҙе.

 

 

Ойоштороусылар бындай сараны инде башҡа ижадсыларҙы туплап, тағы ла үткәреү тураһында хыяллана. Уңыштар йәштәргә!

 

Таһиров А. фотолары.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас