

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Время Z" исемле спектакль ҡуйылды.
Был спектаклде М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры алып килгән. Виталий Молчанов әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры - Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов.
"2022 йылдың 24 февралендә минең илдә күп нәмә үҙгәрҙе. Дөрөҫөрәге - күптәр өсөн. Алыҫта, ҡайҙалыр яңылыҡтар сығарылышында ғына булған, ғаилә эсендә генә һөйләнелгән нәмә хәҙер ҡапыл барыһына ла яҡын һәм ҡурҡыныс тойолдо... Барыһына ла..." - Шулай тип башлана спектакль.
"Время Z" аша авторҙар хәҙер барған ваҡиғаларға ҡабаттан ҡарарға, тағы бер тапҡыр уйланырға тәҡдим итә.
Спектакль барышында Виталий Молчановтың шиғырҙары яңғыраны. Автор уларҙы Донбасста һәм Ҡырымда булғанында яҙған. Шулай уҡ экрандарҙа ул ерҙәрҙә барған ҡот осҡос хәлдәр һүрәтләнгән видеолар күрһәтелде.
Режиссер Рифҡәт Вәкил улы билдәләүенсә, спектаклде тамашасы йылы ҡабул итә. Иң беренсе булып Ырымбур тамашасыларына күрһәтелгән. Шулай уҡ Һамарҙа гастролдә булып өлгөргәндәр. Алда - Силәбе, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларында көтәләр.
Руслан Юлтаев фотолары.