

1 сентябрҙән гәзит-журналдарға яҙылыу осоро башланыуын тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ә 4 декабрҙән 14 декабргә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ошо арала яҙылһағыҙ, ғинуар - июнь айҙарында журналды осһоҙораҡ хаҡҡа алдырып уҡый алаһығыҙ. Беренсе яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу 831 һум торһа, был ун көнлөктә 735 һум 36 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була.
Был юлы ла йолабыҙға тоғро ҡалып, “Яҙыл да бүләк от” акцияһын иғлан итәбеҙ.
Бының өсөн "Шоңҡар"ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакциябыҙға ебәрегеҙ! Ябай хат менән дә мөмкин, беҙҙең төркөмгә, йә электрон почтабыҙға (shonkar@yandex.ru) һалығыҙ.
Әйткәндәй, атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға "Шоңҡар"ға яҙҙырып, шәп бүләк эшләй алаһығыҙ.