Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2023, 16:44

"Йондоҙло күңел йыһаным"

Өфөлә Миләүшә Ҡыҙрасованың ижад кисәһе үтәсәк. Рәхим итегеҙ!

"Йондоҙло күңел йыһаным"
"Йондоҙло күңел йыһаным"

15 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә шағирә, журналист, "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле солисы Миләүшә Ҡыҙрасованың "Йондоҙло күңел йыһаным" исемле ижад кисәһе була.

Программала: күңел шиғырҙары һәм йырҙар, ҡурай моңдары һәм дәртле ритайым бейеүҙәре. Ижад кисәһендә тамашасыларҙы сағыу номерҙар менән ҡыуандырасаҡтар Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Резида Әминева, Илнур Лоҡман, Фәрүәз Урманшин, Гөлшат Ғайсина, Рәфис Сирусин, Флера Шәрипова, Рәмил Туйсин, Йәлил Һөйөндөков, Юнир Һағынбаев, Нәсимә Тимерова етәкселегендәге "Ауаз" фольклор ансамбле.

Уҙғарыу урыны: "Атайсал" мәҙәни үҙәге - Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: