Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2023, 07:55

Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!

 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлим Абдуллажан улына   "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән исем бирелде. Әлим, шатлығыңды уртаҡлашабыҙ! Артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, ижади үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.   

Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!
Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!

 

 

 

Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй

– Әлим, һеҙҙе ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан оло юлдың башы ҡайҙа барып тоташа, нисек операға килдегеҙ?

– Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле, таланттарға бай Учалы районында тыуып үҫкәнмен. Тыуған ауылым – Бөйҙө, атай-әсәйем – ябай хеҙмәт кешеләре. Әсәйем Сәлимә Бәҙғетдин ҡыҙы нескә күңелле, йыр-моңға ға­шиҡ кеше ине, бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҫта, хисле итеп баш­ҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүмә инде. Атайым Абдуллажан Ҡәүи улы ла ғәжәйеп тауышҡа эйә, теләге булһа, унан да опера йырсыһы сығыр ине, бәлки. Ғаиләлә өс бала буй еткерҙек.

Мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбенең баян класында ла белем алдым. Аттестат алғас, тәүҙә агрономлыҡҡа уҡырға тип, Өфөгә юл тоттом. Балл етмәгәс, киләһе йыл барырмын тип, ауылға ҡайттым. Шул уҡ йылда Учалы музыка учили­ще­һының башҡорт фольклоры бү­легенә өҫтәмә рәүештә уҡыу­сы­лар ҡабул итәләр, тигән иғланды күреп, шунда имтихандар тапшырып, уҡырға индем.

Күңелле студент йылдары, төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу күңелдә яҡты хәтирәләр булып уйылған. Ул ваҡытта уҡыу йортоноң бигерәк тә гөрләп торған ваҡыты ине. Гөлдәр Сабитова, Маиза Бүләкова, Зифа Вәлиева, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа билдәле педагогтар Учалының байтаҡ талантлы йәштәренә ҡанат ҡуйҙы.

Вокал буйынса педагогым Зифа Тайып ҡыҙына рәхмәтем айырыуса сикһеҙ. Тауышым – лирик тенор, шундай осраҡтар күҙәтелә – педагогтар тенорҙы – баритон буйынса йәки, киреһенсә, баритонды лирик тенор йүнәлешендә әҙерләй. Ә Зифа Тайып ҡыҙы, тауышым­дың тәбиғәтен аңлап, мине дөрөҫ тәрбиәләне.

Ғөмүмән, Учалы музыка учи­лищеһы киләсәгемде билдәләне, тип әйтһәм дә, яңылышмаҫмын. Бик күп башҡорт халыҡ йыр­ҙарын, профессиональ компози­торҙарҙың әҫәрҙәрен өйрәндем. Тап шул ваҡытта күңелемдә милли рух, башҡорт сәнғәте менән ғорурлыҡ тойғоһо уянды.

Уңыштар ҙа көттөрмәне – өсөнсө курстан һуң, “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яуланым. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рәйсә Ғәлимуллина мине күреп, үҙенең класына саҡырҙы, шуға күрә училищены тамамламайынса, институттың әҙерлек курсына уҡырға индем.

Башта Рәйсә Ғәли ҡыҙында белем алдым. Талантлы остазым мәрхүмә булғас, Миләүшә Мортазина класына күстем. Төрлө яҡлап һәләтле, талапсан педагогта шөғөлләнгәндә, тауышым­дың юғары ноталары килеп сыҡты. Әле лә яңы әҫәр өҫтөндә эшләй башлағанда, Миләүшә Ғәли ҡыҙы нимә кәңәш итер, нисек баһалар ине икән, тип уйлайым.

– Профессиональ артист булараҡ, хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды?

– 2004 йылда сәнғәт акаде­мияһын тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһына Йырсылар йәрминкәһенә йүнәлдек. Мине Иваново оперетта театрына саҡырҙылар. Оҙаҡ уйлағандан һуң, тыуған яғымдан айырыла алмаясағымды аңланым.

Ҡайтҡас та, театрҙы йәки филармонияны һайлау бурысы тыуҙы. Сәхнә тәжрибәһе, репертуар туплармын тип, филар­монияға өҫтөнлөк бирҙем. Музыкаль лекторийҙа эшләнем: классика, балалар йырҙарын башҡарып, көнөнә өс-дүрт концерт ҡуя инек.

Ошо дәүерҙә Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы составында Төркиәлә, Германияла, Францияла һәм Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында ижади сәфәрҙәргә лә сығырға тура килде. 2009 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡырҙылар.

– Театрҙа беренсе башҡарған әҫәрҙәрегеҙ ниндәй булды?

– Россиниҙың “Севилья цирюльнигы” әҫәренән Альмавива партияһы театрҙа опера йыр­сыһы булараҡ тәүге ролем ине. Россини ижады үҙемә бик оҡшай, ғөмүмән, романтик, яҡ­ты образдарға өҫтөнлөк бирәм. Әммә был партияны башҡарыу ҡатмарлы – ул тауыштың һығылмалылығын, еңеллеген талап итә, өҫтәүенә рус телендә башҡарыла. Итальян телендә йырлау еңелерәк, ул йомшаҡ, әйтерһең дә, йыр өсөн сыға­рылған тел.

Һуңынан Чайковскийҙың “Евгений Онегин” операһында Ленский партияһын башҡар­ҙым. Иҫләйһегеҙҙер, беҙ үҫкәндә “Музыка тарихы” тигән фильм була торғайны. Сергей Лемешев башҡарыуында Ленский пар­тия­һын тыңларға яраттым, ул уны бик наҙлы, нескә итеп йырлай ине. Минеңсә, уның кеүек башҡарыусылар юҡ хәҙер. Бала саҡтан тыңлап үҫкәнгәме, шул ролде яҡын күрәм.

Аҙағыраҡ Доницеттиҙың “Мөхәббәт эсемлеге” әҫәрендә – Немориноны, Римский-Корса­ковтың “Ҡарһылыу”ында Бе­рен­дейҙы башҡара башланым. Һуңғы партия, Берендей батша оло йәштә булғанғамы, техник йәһәттән дә, образға инеү яғынан да бик ҡатмарлыраҡ булды. Ә дөйөм алғанда, Римский-Корсаковтың опера һәм романстарын бик яратам, ул – үтә моңло композитор.

Милли әҫәрҙәргә килгәндә, Са­лауат Низаметдиновтың “Нә­ҡи” операһында – Айтуған, “Ай тотолған төндә”лә – Аҡъегет, Заһир Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” комедияһында – Басир, “Салауат Юлаев” операһында Бохайыр партияларын башҡарам.

– Сер түгел, күп режиссерҙар әҫәрҙәрҙе ҡалыплаштырыу, за­мансаға үҙгәртеү менән мауыға, шул арҡала образдар юғала, әҫәрҙең эстәлеге үҙгәрә кеүек. Быға һеҙ ниндәй ҡарашта?

– Кире ҡараштамын. Күптән түгел Ҙур театрҙа яңы “Евгений Онегин”ды күрҙем. Ленскийға ниндәйҙер күлдәк кейҙергәндәр, ҡулына винтовка тотторғандар. Татьянаның тыуған көнөнә арналған балды “ябайлаш­тыр­ғандар”. Бөтә тамаша ҙур өҫтәл янында бара. Ә Америка фильмында Ленский­ҙы бөтөнләй ҡыҙыу, тиҙ ҡуҙғыусан итеп күрһәтәләр...

– Опера сәхнәһендә йырлау менән бергә эстрадала ла сы­ғыш яһайһығыҙ – ике йүнә­леште бергә алып барыу ауыр түгелме, улар бер-береһенә ҡамасауламаймы?

– Юҡ, ауыр түгел, улар бер-береһен тулыландырып килә. Бөгөн милли тамашасылар театр­ҙан ситләшә, сөнки йырсы бик анһат һөнәргә әйлән­де, тауышы булмаһа ла, аҡсаһы өсөн ул артислыҡҡа ынтыла. Сәнғәтте бизнесҡа әйлән­дерҙеләр, һөҙөмтәлә арзан, бер көнлөк йырҙар менән халыҡтың аңы томалана. Ысынында иһә йырсылар халыҡты үҙ артынан эйәртергә, уларҙың зауығын тәрбиәләргә тейеш.

– Концерт репертуарығыҙҙа бөтәһе нисә әҫәр һанала?

– Арияларҙан тыш, романс­тарҙы, башҡорт халыҡ йыр­ҙарын, сит ил һәм Рәсәй компо­зиторҙарының, неаполитан йырҙарын һанаһаң, өс йөҙгә яҡын әҫәр башҡарам.

– Беренсе альбомығыҙ ҡасан сыҡты? Нисә альбомығыҙ бар?

– Тәүге аудиоальбомым – башҡорт халыҡ йырҙарынан тупланған “Халыҡ йырҙарында – сал тарих сере” исемле дискым 2010 йылда донъя күрҙе. Был ижади проект Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрҙәргә һәм ижади коллективтарға 2009 йыл өсөн Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты гранты ярҙамында донъя күрҙе. Тәүге альбомымда “Һандуғас”, “Ал­тын­ҡай”, “Томан”, “Ирәндек”, “Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам”, “Суҡ муйыл” һ.б. халыҡ йырҙары тупланған.

Икенсе йыйынтығымда – 70 йыр, ул mp3 форматында донъя күрҙе. Баш­ҡортостан теле­видениеһында бик күп клиптар тупланды, шуларҙан һайлап алып, Дилара апайым менән бергә “Беҙ икебеҙ бер туған, күңелебеҙ йыр-моңға тулған” исемле уртаҡ видеоальбом сығарҙыҡ.

– Апайығыҙ – билдәле йырсы Дилара Ҡәйүмова тура­һында айырым һөйләгеҙ әле. Һеҙ бәләкәйҙән ярышып йырлашып үҫтегеҙме?

– Дилара апайым тиҫтә йылға яҡын Учалы филармонияһында эшләне. Бөгөн Учалы музыка училищеһында уҡыта. Бик талантлы, егәрле, тамашасыларын әленән-әле яңы йырҙары менән һөйөндөрә. Айнур исемле ул үҫтерә. Ә ярышыуға килгәндә, беҙ бер ваҡытта ла ярышманыҡ, уның үҙ тауышы, үҙ тама­ша­сыһы. Беҙ бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып йәшәйбеҙ, уның уңыштары ла, минең шатлыҡ­тарым да – барыһы ла уртаҡ.

– Һәр уңышлы ир артында уның ышаныслы тылы – аңла­ған, аҡыллы кәңәштәр биргән, һәр йәһәттән ярҙамлашҡан һәм ҡеүәтләгән ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр халыҡта. Тормош ип­тәшегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләгеҙсе...

– Эйе, ғаиләм – төп таянысым. Йәмәғәтем, ике ҡыҙым – улар мине рухи яҡтан байы­тыуға, үҫеүгә этәргән кешеләр. Динара менән 2008 йылда ғаилә ҡорҙоҡ, ул Белорет районынан. Бөгөн Мәжит Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүле­гендә баш мөхәррир, төп баш­ҡорт театры ижады менән даими таныштырып бара, шулай уҡ республика кимәлендәге бихисап сараларға, артистарҙың юбилейҙарына сценарий яҙыусы булараҡ сығыш яһай. Дина­раның да тырышлығы лайыҡлы баһаланды – күптән түгел уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Өлкән ҡыҙыбыҙ Әминәгә һүрәт төшөрөргә ярата, ә икенсе ҡыҙыбыҙ Айлина йырларға әүәҫ, төрлө кимәлдәге вокал конкурстарында гран-при һәм беренсе урындарҙы яулай, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Балалар студия­һында шөғөлләнә.

Бергәләп ял итергә яратабыҙ, тәбиғәт ҡосағында йыш була­быҙ. Бергәләп сәйәхәт итеү ғаиләне берләштерә, туплай, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар тыуа.

– Тамашасыларға нимә әйтер инегеҙ?

– Тамашасылар һәр төрлө сән­ғәтте күреп-белеп, ысын йырсы менән йырлаусыны айырырға өйрәнһен ине. Мостай Кәрим “Ысын сәнғәтте яратҡан кеше­ләр Ерҙең ҡояшлы яғында йә­шәй” тигән ҡанатлы һүҙҙәр әйт­кән. Ана шундай Ерҙең ҡояш­лы яғында йәшәгән кешеләрҙең күберәк булыуын теләр инем.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

Архив.

 

Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!
Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!
Әлим Ҡәйүмовҡа маҡтулы исем бирелде!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: