Шоңҡар
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2023, 12:20

Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына - 115 йыл

Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.

Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына - 115 йыл
Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына - 115 йыл

Бөгөн башҡорт халҡының бөйөк улы, СССР-ҙың халыҡ артисы, актер, режиссер, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 115 йыл.

 

Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы  Белорет районының Асы ауылында тыуған. 1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул Башҡорт академия драма театрында актер, режиссер, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй.

“Арыҫлан Мөбәрәков ҡырҡ йыллыҡ ижад ғүмерендә ике йөҙләп образ ижад итте. Башҡорт драматургтары яҙған бөтә драмаларҙа ла тиерлек Мөбәрәковтың ижади хеҙмәте бар. Театрыбыҙҙа донъя һәм рус класиктары, туғандаш халыҡтар драматургтарының да әҫәрҙәре күрһәтелде. Был мөһим эштә лә Арыҫлан Мөбәрәковтың хеҙмәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Шекспирҙың Отеллоһын, Гоголдең Городничыйын беҙ башҡорт сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәковтан башҡа күҙ алдына килтерә алмайбыҙ, - тип яҙа үҙ заманында Сәғит Агиш.  

Оҫта 20-нән артыҡ спектакль ҡуя,  улар араһында Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Р. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Г. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Н. Нәжмиҙең «Яҙғы йыр», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡалар.

Арыҫлан Мөбәрәковтың иң билдәле актерлыҡ эштәре драма һәм кинофильмдарҙа, шул иҫәптән Степан Злобин сценарийы буйынса режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмындағы Салауат Юлаев роле менән бәйләнгән.

Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актерҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта таҡтаташ асылған. Сибай башҡорт дәүләт драма театры Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә, шулай уҡ театрҙа ла иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Район халҡы ла бөйөк улын оло ихтирам менән иҫкә ала. 14 декабрҙә Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 115 йыл тулыуға бағышланған хәтер көнө уҙҙы.

Мәртәбәле сарала мөхтәрәм ҡунаҡтар: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, республиканың Мәжит Ғафури исемендәге музей мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, яҙыусы, тарихсы Ринат Шәйбәков һәм башҡалар ҡатнашты.

 

Нәркәс Сөләймәнова.

"Урал" гәзитенән

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в