Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2023, 16:06

Киләһе яҙмам күбеһенә таныш Радик Юльяҡшин тураһында

Эйе, тәнҡитләүселәр күп! Улар булды һәм буласаҡ.

Киләһе яҙмам күбеһенә таныш Радик Юльяҡшин тураһында
Киләһе яҙмам күбеһенә таныш Радик Юльяҡшин тураһында

Ағайым һөйләүе буйынса, Радикты беренсе тапҡыр Руслан Ниғмәтов студияһында күргән. Һипкелле йәп-йәш малай йыр яҙҙырырға килгән. Күҙҙәре янып торған үҫмерҙең тауышын ишетеп, "Был егеттең киләсәге бар!" тип һоҡланған. Танышып, дуҫлашып киткәндәр. Радик БСТ ишектәренә барып, үҙ йырҙарын яҙҙырырға теләген белдергән.

Үкенескә ҡаршы, уны бер ағай (исемен яҙмайым) "Ҡустым, кеше һине бер аҙ белә башлағас, килерһең", - тип кире бороп сығара. Күҙ йәштәрен һөртә- һөртә Радик: "Мине берәй ваҡыт танырҙар!" - тип башлаған эшенән туҡталмай. Бер аҙҙан уның йырҙары таныла башлай. Интернет селтәрҙәрендә күренә. Анжелика Якусева менән фәрештә образындағы дуэт йыры күптәрҙең күңеленә хуш килә. Шулай итеп, уның башланғысы яйлап тауға күтәрелә. Черниковка ҡасабында атайһыҙ үҫкән үҫмерҙең тәртибендә, әлбиттә, ғәҙәти булмаған үҙгәрештәр булғылай. Тәмәке тартыу, һыра эсеү кеүек насар холоҡ йәбешә (башҡаса нисек булһын инде?!). Шулай ҙа уның тормошҡа йәбешеп ятыуы, нисектер ауыр тормоштан сығырға, әсәһенә ярҙам итергә теләүе тик хуплауға ғына тиң.

Бер аҙҙан теге ағай уны телевидениеға саҡыра, тик ҡанатын һындырған "етәксегә" кире барырға теләге булмай. Шул ваҡыт күренекле продюсер Слюсаренко Александр уның һәләтен күреп, егетте үҙ ҡанаты аҫтына ала.. Шулай итеп, маҡсатҡа ынтылыусан Радик Башҡортостан, Татарстан сәхнәләрен арбай. Бына, ниһәйәт ул туғандаш республикаларҙың күренекле йырсыһы. Ә хәҙер инде Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулай башланы.

Эйе, тәнҡитләүселәр күп! Улар булды һәм буласаҡ. Ниңә татар, рус телендә йырлай, ниңә унда күсеп китте, ниңә иҫереп сәхнәгә сыға... Быға мин Рәми Ғариповтың шиғыры менән яуап бирер инем: "Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын.."

Ағайым уның менән күп тапҡырҙар һөйләште, дин юлына баҫырға ла димләне, . Киләсәктә, бәлки, намаҙ ҙа уҡый башлар. Тик Ислам динендә йырларға ярамай шул.. (шулай уҡ мәжбүри дингә килтерергә лә ярамай) дингә үҙ теләге менән яйлап килер, тигән өмөттә ҡалам.

Тамашасыларыбыҙға, яҡташтарыбыҙға әйтер һүҙем шул: тәнҡитләп, бәҫебеҙҙе төшөрмәйек. Башҡа халыҡтар кеүек, уның һымаҡ егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы күтәрәйек. Кәрәккән ерҙә ипләп кенә төҙәтәйек. Бысраҡ һүҙҙәр яҙып, кешене дөрөҫ юлға баҫтырып булмай бит...

Һүҙемде башҡорт халҡының "Булыр илдең балаһы бер-береһенә, батыр, тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә, бахыр, тиер" тигән мәҡәле менән тамамлайһым килә.

Лилиә Фазылова.

https://vk.com/im?peers=160609183&sel=157351971&w=wall-21462612_118127%2Fed8537aaf35b68e810

Автор:
Читайте нас: