Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2023, 09:15

"Бөйрәкәй" - сәхнәлә!

Баймаҡта Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса «Бөйрәкәй. I өлөш» спектакленең премьераһы үтте. 

"Бөйрәкәй" - сәхнәлә!
"Бөйрәкәй" - сәхнәлә!

Был турала М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхифәһендә хәбәр иттеләр: 

"Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса «Бөйрәкәй. I өлөш» спектакленең премьераһы үтте - спектакль авторҙың тыуған яғында сәхнәгә сыҡты.
Спектакль алдынан тамашасылар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән осрашты, унда автор буласаҡ әҫәрҙең идеяһының барлыҡҡа килеүе һәм романдың нисек яҙылыуы тураһында һөйләне. Тамашасыларҙы театр директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин һәм спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахманов сәләмләне.
Спектаклдән һуң Баймаҡ районы башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов авторға һәм театр коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Өфө тамашасыһы спектаклде киләһе йылда ҡарай аласаҡ".

Фото:"Башдрамтеатр им. М. Гафури" төркөмө.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-8776450_49277

Автор:
Читайте нас: