Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2023, 14:55

Бесәй китте еләккә, тырыз элеп беләккә

Хәйбулла районының оҫталары бына ошондай матурлыҡ булдыра.

Бесәй китте еләккә, тырыз элеп беләккә
Бесәй китте еләккә, тырыз элеп беләккә

Хәйбулла районы хакимиәте тырыз эшләүсе оҫталар тураһында яҙған:

 

"Тырыз (диал. туйыҙ) — ҡайын туҙынан эшләнгән, көнкүрештә ҡулланылған һауыт. Ҡапҡаслап, тотор өсөн бау йәки ағас һап беркетеп эшләнгән күнәксек йәки бормаса.
Ҡайын туҙынан һауытты төрлө ҙурлыҡта һәм рәүештә ҡапҡаслап яһағандар. Туҙҙың ике яғы ла тышта ҡалдырыла алған. Бәләкәй һауыттарҙы ғәҙәттә туҙҙың аҡ йоҡа өлөшөн һыҙырып алып, төрлө биҙәктәр һалып та эшләгәндәр. Уның эсенә ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек шыйыҡлыҡ һалырға ла, тоҙ, ярма кеүек ризыҡтарҙы һаҡларға ла мөмкин булған. Туҙҙан эшләнгән һауыттар бөгөн дә ҡулланыла һәм интерьерҙы биҙәүсе бер элемент булараҡ та көнкүрешкә инеп бара, ә бына уны эшләй белеүселәр юҡ тиерлек. Онотолоп барған ошо шөғөлдө тергеҙеү маҡсатында Оло Әбеш ауылының оҫта ҡуллы ир-уҙамандары - Фәрит Танһыҡ улы Юнысов һәм Таһир Мөғлитдин улы Юнысов тырыз эшләргә тотонған. Ҡулдарын шымартып, оҫтарып алһалар, был үҙенсәлекле эшкә улар балаларҙы ла өйрәтмәксе. Беҙгә ҡалһа, бынамын тигән тырыздар килеп сыҡҡан, шулаймы, ауылдаштар?!"

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-117650762_27693?access_key=9aa2bfa11b4e959aec

Автор:
Читайте нас: