Фотола - Тәнзилә Хисамова.
Тәнзилә Хисамова 1966 – 1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан алып М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Тамашасылар уны төрлө лирик, драма һәм башҡа ролдәрҙе оҫта башҡарыуы өсөн яратып өлгөргән. Актрисаның Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” драмаһындағы – Ғилми, Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” мелодрамаһындағы – Әсә, "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклендәге Убырлы ҡарсыҡ һәм башҡа ролдәре халыҡта ҙур танылыу алды.
Тәнзилә Хисамова “Ай ҡыҙы”, “Миҙал” һәм башҡа фильмдарҙа ла төшкән.