Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар , 13:00

Айгөл Үтәгәнованы юғалттығыҙмы?

Йырсы, автор-башҡарыусы Айгөл Үтәгәнова бөгөн Мәскәүҙә йәшәй...

Айгөл Үтәгәнованы юғалттығыҙмы?
Айгөл Үтәгәнованы юғалттығыҙмы?

"Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр"

Йырсы, автор-башҡарыусы Айгөл Үтәгәнова Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан әүҙем ижад эше менән мәшғүл.
"Республикабыҙ ҡаҙаныштарын "Рәсәй"күргәҙмә- форумында презентациялау Башҡортостан студенттары ҡатнашлығында үтә.
Һәр көндө Рәсәй башҡалаһында белем алыусы студенттар ВДНХла милли костюмдарҙа йыр-бейеү менән сығыш яһай, улар республикабыҙҙың сәнғәтен, милли йөҙөн башҡала ҡунаҡтарына күрһәтә " тип һөйләй был сараның режиссеры Айгөл Илгиз ҡыҙы.
Ошо форум сиктәрендә үткән "Ҡышҡы Һабантуй"ҙы әҙерләүгә лә Айгөл ҙур өлөш индерә. Журналист, режиссер һөнәрҙәренә эйә булған һәләтле ҡыҙ был сараларҙы сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарыуға ирешә. Ә иң мөһиме- милли мираҫыбыҙҙы таратыу, пропагандалау, киләсәк быуындарға тапшырыу.
Ошо көндәрҙә Айгөл Өфө ҡалаһына килеп, "Ҡарһылыуҙы күрмәнегеҙме"исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙө. Уның геройҙарын "Ҡарһылыуҡай"конкурсында ҡатнашыусылар уйнаны. Был конкурс Яңы йылдың беренсе көндәрендә Өфөлә үтте.
Йыл һайын үткәрелеп килгән "Өфө һылыуҡайы", "Башҡортостан гүзәле", "Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың йәш һылыуҡайы", һәм башҡа матурлыҡ бәйгеләренең продюсеры һәм режиссеры Айгөл Үтәгәноваға ижади эшендә уңыштар теләйбеҙ!
2024 йыл- Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Матурлыҡ һәм ғаилә традицияларына арналған был бәйге лә йылы тәьҫораттар ҡалдырыр тип ышанаһы килә. Иң мөһиме - ғаиләләр имен булып, ил-көндәргә тыныслыҡ килһен.

Минира Бикәнәсова.

 

Айгөл Үтәгәнованы юғалттығыҙмы?
Айгөл Үтәгәнованы юғалттығыҙмы?
Автор:
Читайте нас: