Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль , 11:25

Таныйһығыҙмы?

Һүрәттәге ир-егетте кем таный? 

Таныйһығыҙмы?
Таныйһығыҙмы?

Хамит Мөхәмәҙи улы Шәмсетдинов 1949 йылдың 5 июнендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Куйбышев районындағы Риштанда тыуған. Бер нисә йылдан ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып, Әлшәй районы Ҡармыш ауылында төпләнә. Буласаҡ актёр Раевкала һигеҙенсе синыфты тамамлай, ошо уҡ райондың «Еңеү» колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Салауат индустрия техникумына инә, унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Тырыш егетте ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә өгөтлөйҙәр, әммә ул, яҙмыш ҡушыуы буйынса, бер үк ваҡытта ике институтҡа имтихан тота. Ауыл хужалығы институтында уҡый башлағандан һуң, уны Өфө сәнғәт институты ректоры Заһир Исмәғилев саҡыртып ала һәм өмөтлө, буйсан, гармунсы, бөтә яҡтан артист булырлыҡ егетте сәнғәт юлына өндәй (1972—1977; Л. В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1973—1985 йылдарҙа һәм 1989—2008 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры, 1985—1989 йылдарҙа «Аҡбуҙат» ипподромының «Ижади үҙәк» ПБ режиссёры.

Иң баштан уҡ Хәмит Шәмсетдинов киң ижади мөмкинлектәргә эйә булған артист булып таныла. Классик һәм заманса спектаклдәрҙә героик һәм характерлы ролдәрҙе берҙәй уңышлы башҡара.

Тулы мәғлүмәт википедияла.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: