Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль , 20:05

Кастингта ҡатнашырға саҡырабыҙ

Ҡатнашыусыларҙы теркәү 11.00 сәғәттә башлана.

Кастингта ҡатнашырға саҡырабыҙ
Кастингта ҡатнашырға саҡырабыҙ

Башҡортостанда матурлыҡ конкурсы ("Мисс Республика-2024") башлана. Ул "Мисс Рәсәй" милли матурлыҡ конкурсының төбәктәге партнеры булып тора.

Ойоштороусылары - Өфөнөң «Luna Models» модель агентлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Кастинг 25 февралдә «Фабрика» универмагында үтә (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88). Ҡатнашыусыларҙы теркәү 11.00 сәғәттә башлана.

Заявкалар [email protected] электрон почтаһына «Мисс РБ-2024» тигән билдә менән ҡабул ителә, исем-шәрифте, йәште, буй оҙонлоғон, йәшәгән урынды, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙырға, бер нисә фотоһүрәтте беркетергә кәрәк.

Ҡатнашыу бушлай. Конкурс финалсылары оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк, фотоға, видеоға төшәсәк. Еңеүселәр халыҡ-ара, Рәсәй матурлыҡ конкурстарында, мода фестивалдәрендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: