Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Февраль , 13:35

Ғаиләлә төпсөк бала була ул

 Өфө дәүләт «Нур» татар театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рушат Мөҙәрисов бөгөн алтын юбилейын билдәләй. Рушат  Сәлих улын күрәм байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Ғаиләлә төпсөк бала була ул
Ғаиләлә төпсөк бала була ул

Мөҙәрисов Рушат Сәлих улы (1974 йылдың 24 февралеСССРРСФСРБАССРБүздәк районыСабай) — драма актеры, Өфө дәүләт «Нур» татар театры актеры (1993 елдан), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008),[1].

Биографияһы

1974 йылдың 24 февралендә БАССР Бүздәк районы Сабай ауылында[2] өс балалы ғаиләлә төпсөк бала булып тыуған. Апаһы, ағаһы бар. Атаһы Сәлих йырларға яратҡан, әсәһе оҫта итеп гармунда уйнаған. Рушат бәләкәйҙән үк йырларға ярата, мәктәптең үҙешмәкәр театр түңәрәгендә иң актив ҡатнашыусыларҙың береһе була. Райондаауылда үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа, концертларҙа, төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнаша. Рушат мәктәпте тамамлаған йылда яңы асылған «Нур» театры өсөн махсус курс йыялар. Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актерлыҡ бүлегендә беренсе махсус төркөмдө, беренсе татар телле курсты тамамлаған (педагогтары Фәрдүнә ҠасимоваБайрас Ибраһимов). Икенсе курстан (1993 йыл) спектакльләрҙә күмәк күренешләрҙә ҡатнаша башлай. Шул уҡ йылда театр штатына артист итеп алына һәм 1993 йылдан Өфө дәүләт «Нур» татар театрында хеҙмәт итә. Беренсе тапҡыр сәхнәгә Фатих Сәйфи-Ҡазанлының «Йәмһеҙ тормош» драмаһында күмәк күренештә сыга. 1994 йылда Хәй Вахитның «Берҙәнберем — бәхет гөлөм» спектаклендә, һуңыраҡ Ғөзәйер Хаҗибәковтың «Аршин мал алан» («Рәхмәт һиңә, Сөләйман!») музыкаль комедияһында төп рольдәрҙе башҡара.

 

Р. С. Мөҙәрисов театрда эшләгән йылдарында сәхнә образдарының ҙур галереяһын булдыра. Бөгөнгө көндә Р. С. Мөҙәрисов — театрҙың әйҙәп барыусы артистарының береһе һәм уның иҗади йөҙөн формалаштырған «беренсе ҡарлуғастар» когортаһына инә. Йәш коллективты үҫтереүгә һәм аяҡҡа баҫтырыуға ҙур өлөш индерә. Режиссерларҙан Ә. Ә. ӘбүшахмановБ. Н. Ибраһимов, Б. Н. Манджиев, И. Р. Сакхаев, Ә. К. Сафиуллин һ. б. менән эшләй[3].

Уйнаған ҡайһы бер ролдәре

 

  • 2008— Башкортстандың атҡаҙанған артисы
  • 2019— Башкортстандың халыҡ артисы

 

Ҡатыны Луиза, балалар баксаһы тәрбиәсеһе.

оло ҡыҙы Алинә, драма актрисаһы, Әлмәт (2013 йылдан), Камал (2015 йылдан) театрҙары артисы[4].

икенсе ҡыҙы Раушания, бейеүсе.

өсөнсө ҡыҙы Йәмилә.

улы Бәхтийәр.

Автор:
Читайте нас: