Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Мәҙәниәт
1 Марта 2024, 15:50

Тағы ла Китап байрамына әҙерләнәбеҙ

Был көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының 90 йыллығы ла билдәләнәсәк. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Тағы ла Китап  байрамына әҙерләнәбеҙТағы ла Китап  байрамына әҙерләнәбеҙ
Тағы ла Китап байрамына әҙерләнәбеҙ

24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында II «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола. Байрамды әҙерләү һәм үткәреү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был күләмле сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы уҙғарыла.

Республиканың яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм бай булмаҡсы. «Китап-байрам» сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының 90 йыллығы билдәләнә. Шул уҡ көндәрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумы була, унда илдең 30 төбәгенән яҙыусылар ҡатнаша.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.

"Башинформ"

Автор:
Читайте нас