Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Март , 14:15

КИЛЕН ҺӨЙӨҮ

"Килен һөйөү" йолаһын ҡайһы бер яҡтарҙа бик белеп бөтмәйҙәр. Кәләшкә "Бәхетле бул, иҫән-һау йәшәгеҙ" тигән кеүек ябай теләктәр генә еткерәләр. Асылда, йоланың йөкмәткеһе башҡасараҡ.

КИЛЕН ҺӨЙӨҮ
КИЛЕН ҺӨЙӨҮ

"Килен һөйөү" йолаһын ҡайһы бер яҡтарҙа бик белеп бөтмәйҙәр. Кәләшкә "Бәхетле бул, иҫән-һау йәшәгеҙ" тигән кеүек ябай теләктәр генә еткерәләр. Асылда, йоланың йөкмәткеһе башҡасараҡ. Был сара ир-егеттең тышҡа сыҡҡан мәлендә, аулаҡта үткәрелә. Ҡәйнә кеше килененә шәл-яулыҡ ябындыра, унан һуң улының ҡайһы бер сифаттарын асып, иргә нисек ярарға, ғаиләлә нисек бәхетле булырға кәрәклеген өйрәтә. Киленен һөйөп ҡабул итә. Йола атҡарырға кейәү яғынан еңгә-апайҙар сыға. Улар ҙа йәш киленгә бәләкәс бүләктәр бирә. Ошо нәҫелгә килен булып төшкәндәре йәшлек хәтирәләрен барлай, был заттың ҡылыҡ-фиғелен баһалай, ҡайһылары тормош нәсихәттәре, ғаилә кәңәштәре өйрәтә, кемдер ҡәйнә менән татыу йәшәү серҙәрен аса, ир менән ҡатын араһында була торған мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай. Мәҫәлән, "Ҡәйнәң менән татыу булһаң, ирең менән бәхетле булырһың", "Иреңдең етешһеҙлеген ҡәйнәңә һөйләмә, ҡәйнәңдең кәмселеген иреңә һөйләмә", "Иреңдән уҙып эш эшләмә, ҡәйнәңдән уҙып һүҙ һөйләмә" һ.б. Ғөмүмән, был йола ҡатын-ҡыҙ ҡоро формаһында. Донъя тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ икәнен ир-егеттән тыш йәштәргә аңғартып, бәхетле тормош көтөү аҡылын өйрәтеү!

Теләк-вәғәздәрҙән генә тормаһын йолаларығыҙ, йәш ҡыҙҙарға тормош һабағы булырҙай нәсихәттәр әйтелһен, фәһемле тәжрибәләр бирелһен! Халыҡ ижадында "Киленсәк" тигән йыр шуның нигеҙе ул. Урал аръяғында был йоланы әле һаман еренә еткереп һаҡлайҙар! Афариндар! Ғөмүмән, Урал аръяғы халҡы бөгөнгәсә күркәм йолаларға тоғро ҡала, шуғалырмы, гел беҙҙе йолалы туйҙар үткәрергә саҡыра! Яҙмала: шул яҡтың гүзәлдәре! (тик яҙманы бер нисек тә әйләндереп ҡуйып булманы).

Ә был шиғри һүҙҙәрҙе үҙегеҙ өсөн һаҡлап ҡуйығыҙ, ошо йырҙы башҡарыу ғына ла күп йөкмәткене аса. Унда халҡыбыҙ аҡылы:

Килен, килен, киленсәк,
Булма шундай оялсаҡ
Әсәңә һин ҡолонсаҡ,
Ҡәйнәңә һин уйынсаҡ.

Килен, килен, киленсәк,
Булма улай оялсаҡ.
Иреңә һин терәк бул,
Яман эштән йыраҡ бул.

Йөҙөң булһын ай кеүек,
Телең булһын май кеүек.
Эштә булһаң, уңған бул,
Йомроланған тайҙай бул.

Юҡҡа-барға ҡатышма,
Кейәүеңә ҡарышма.
Килен-ҡәйнә тупрағы,
Ҡәйнәң менән булашма.

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы,
Яман һүҙ – баш ҡаҙығы.
Яман һүҙҙән йыраҡ бул,
Йорт-ереңә терәк бул.

Өлкәндәргә ҡайҙа ла
Хөрмәт күрһәт, киленсәк.
Кеселәргә ҡайҙа ла
Үрнәк күрһәт, киленсәк.

Ҡәйнәң ҡушҡан йомошто
Ташлап ҡасма, киленсәк.
Иреңә ҡаршы һүҙ әйтеп,
Ауыҙ асма, киленсәк.

Килен, татлы телле бул,
Бүҙәнәләй түлле бул,
Иренмәһәң игеҙ тап,
Йыбанмаһаң, йыл да тап.

Тулғатҡаның ул булһын:,
Тумырғаның мул булһын
Кимергәнең май булһын
Кәртәң тулы мал булһын.

Ҡола йылҡың ҡолонлап,
Ҡола яландар тулһын.
Ала йылҡың ҡолонлап,
Ала яландар тулһын.

Ҡаҙаның аҫмаҡҡа булһын,
Һыйырың башмаҡҡа булһын
Килер ҡунағың бөтмәһен,
Бәхетең ситкә китмәһен.

Өйөр-өйөр йылҡыларың
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу-ырыу балаларың
Ауыл-ауыл тултырһын

Ирең ҡушҡан һәр эште,
Еренә еткер, килесәк.
Иреңә ҡаршы һүҙ әйтергә
Ҡыя күрмә, киленсәк.

Кил, кил, киленсәк,
Ҡотло юлдан йөрөмсәк,
Уңыш менән бәхет көҫәп,
Уң аяҡтан килемсәк.
Кил, кил, киленсәк.
Хәйерлегә киленсәк.
Бәхетле көнгә киленсәк,
Балдай яғыл,
Майҙай һең.

Эй, бүлле бул, бүлле бул,
Бүҙәнәләй түлле бул.
Алдың-артың мал булһын,
Тулғатҡаның ул булһын.
Ай ҙа тап, көн дә тап,
Йыбанмаһаң көн дә тап.
Иртән һуҙылып ятма,
Ҡушағаңды уятма,
Кешеләрҙән кәм булма,
Күршең менән мал бүлмә,
Ололарҙан хур булма.
Кесене кесе тиң,
Олоно оло тиң.

Ҡотло аяғың менән,
Еңел тояғың менән.
Тигеҙ ғүмер итһен,
Атлы ҡыҙлы булһын,
Ете уллы булһын,
Ҡушаларға ҡушылып,
Билдәрен бөкөрәйтеп,
Күҙҙәрен секерәйтеп,
Имәндәй ҡартайып,
Ҡайындай муртайып,
Бергә-бергә ҡартайһындар,
Тигеҙ ғүмер итһендәр.

Килендәштәр теләге:
Аллы бул, гөллө бул,
Ҡуян кеүек, түлле бул,
Һүҙсән булма, киленсәк,
Күҙсән булма, киленсәк,
Беҙҙең кеүек уңған бул,
Ҡушағаңды хөрмәт ит,
Ҡайны-ҡәйнәңә хеҙмәт ит.
Ҡушағаң менән ҡуш ҡартай,
Тулғатҡандан игелек күр,
Юлдарыңда йүгереп йөр.

ДОНЪЯ ШУНДАЙ МАТУР төркөмө һеҙҙең өсөн

 

Сығанаҡ: ,,Өләсәйем һандығы,,( Оҫтабикәләр төркөмө)

Автор:
Читайте нас: