Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Мәҙәниәт
14 Марта 2024, 04:45

Кем артист булырға теләй?

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты 2024/25 уҡыу йылына М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн махсус курс йыя.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кем артист булырға теләй?Кем артист булырға теләй?
Кем артист булырға теләй?

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты 2024/25 уҡыу йылына М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн махсус курс йыя. Ҡабул итеү имтихандары 2024 йылдың июль айында башлана һәм ул бер  нисә турҙан торасаҡ. Беренсе тур: шиғыр, проза һәм мәҫәл уҡып күрһәтеү. Икенсе тур : этюд күрһәтеү. Өсөнсө тур : әңгәмәләшеү. Бынан тыш, һинең ҡабул итеү комиссияһына йыр - моңға һәм бейеү сәнғәтенә булған һәләтеңде күрһәтеү мөмкинселеге лә бар. 11- се класты тамамлаған йәки махсус урта белеме булған ҡыҙ һәм егеттәрҙе мауыҡтырғыс уҡыу йортона - сәнғәт институтына саҡырабыҙ! 11 - се кластар өсөн рус теле ( кәмендә 40 балл) һәм рус әҙәбиәтенән ( кәмендә 40 балл) булған Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон : 89273090830

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас