Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март , 14:35

Бәхил бул, Миҙхәт ағай!

Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Бәхил бул, Миҙхәт ағай!
Бәхил бул, Миҙхәт ағай!

Бөгөн, 21 мартта, шағир, Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, композитор, Башҡортостандың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миҙхәт Мәжит Улы Әбделмәнов 82 йәшендә арабыҙҙан китте.

Ул популяр башҡарыусылар өсөн тиҫтәләгән йырҙар яҙа. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар Elvin Grey, Әлфиә Әмирханова, Рөстәм Асаев кеүек артистарҙың репертуарында бар.

Шағир Благовар районының Яныш ауылында тыуған. Сибай һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң балта оҫтаһы һөнәрен ала. Һуңыраҡ Өфөгә күсеп килә. Пенсияға сыҡҡас, үҙен ижадҡа бағышлай. Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө радио һәм телевидение каналдарында 100-ҙән ашыу йыры яңғырап тора. 

Миҙхәт Әбделмәнов менән хушлашыу иртәгә, 22 мартта, Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт 10-да була. Уны тыуған яғында  ерләйҙәр.

Ләйлә Аралбаева

 

Автор:
Читайте нас: