Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март , 09:38

“Күңелебеҙҙә быуаттар буйына моң һаҡланып килә”

— Икенсе яҡтан, был үҙең өсөн бик яҡшы, сөнки хәҙер йыр-моң шоуға әйләнеп китһә лә, кемдең нисек йырлағанын, кемдең йырлай алмағанын халыҡ яҡшы аңлай, ысындан ялғанды айыра белә.

“Күңелебеҙҙә  быуаттар буйына  моң һаҡланып килә”
“Күңелебеҙҙә быуаттар буйына моң һаҡланып килә”

Йөрәгенә ятышлы эш менән шөғөлләнгән кеше генә ысын мәғәнәлә ирекле була ала, тиҙәр. Ирекле булыу башҡа нимә килә, шуны ҡылырға ярай тигәнде аң­лат­май. Ә ваҡытты үҙ файҙаңа әйләндереп, камил­лашыу, тәбиғәт­тән килгән һәләтте үҫ­тереү, һәр аҙымыңды үл­сәп баҫыу, ғүмерҙе бушҡа сарыфламау ул. Талантлы йырсы Илнур ИШЕМБАЕВ ошо юлдан атлай. Егеттең донъяһы түңәрәк: яратҡан эше, үҙ тамашасыһы, яҡындары, матур ғаиләһе бар, йәшлек дәрте ташып торған сағы. Уның барыһына риза булып ҡына урынында туҡтап ҡалмауын, алға барыуын күреү айырыуса ҡыуандыра.

Етенсе класта уҡығанда Илнур тәүге тапҡыр сәхнәгә сыға. Шул көнгә тиклем йырлап та ҡарағаны булмаған малай мәҙәниәт йорто директоры һорауы буйынса “Ишкәксе” йырын башҡара. Халыҡ уның моңло һәм көслө тауышын хайран ҡалып тыңлай. Оҙаҡламай уны район үҙәгендә үткән конкурсҡа ла алып баралар. Бығаса хатта өйҙә моңланып йөрөмәгән үҫмер беренсе урынды яулап ҡайта. Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылы мәҙәниәт йортонан Илнур Ишембаевтың йыр сәнғәтенә юлы шулай башлана.
Илнур күмәк балалы ғаиләлә, өс апаһы араһында, үҫә. Бала сағы ябай ауыл балаһыныҡы кеүек үтә: тиҫтерҙәре менән һыу инә, бесән эшләй, балыҡ ҡармаҡлай, хәтфә үләндәрендә йүгереп-уйнай, ҡыш көнө тау-саңғы шыуа...
Бәләкәйҙән район конкурстарында ҡатнашып, урындағы йондоҙ булып китһә лә, үҙен йырсы булырмын тип күҙ алдына килтермәй. Спорт менән мауыҡҡан егет киләсәген ошо өлкә менән бәйләргә хыяллана. Әммә, күрәһең, сәхнәлә булыу маңлайына яҙылғандыр, сәнғәт юлын һайлай. Егетте “эш һөнәре һайла!” тип өгөтләгән кешеләр, бәхеткә күрә, булмай. Барлыҡ туғандары һәм яҡындары, киреһенсә, дәртләндереп кенә тора. Ата-әсәһе лә моңло, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр бит! Ижадҡа һөйөүе тап уларҙан килгәндер, моғайын. Уҡытыусыларының тәҡдиме менән Илнур туғыҙынсы кластан һуң сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә юллана. Имтиханда “Абдрахман”ды, “Уйыл”ды яңғы­ратып, студент булып китә.
Сәнғәт училищеһында ябай ауыл егете өсөн бөтөнләй икенсе ғүмер — йыр тормошо башланып китә. Моңло, илһамлы ике уҡыу йылы күҙ асып йомған арала үтеп киткәс, Илнур армияға алына. Мурманск өлкәһендә Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын үтәй. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, киренән уҡып китеүе бер аҙ ауыр булһа ла, һайлаған юлын дауам итергә тигән ныҡлы ҡарарға килә.
Училищела сағында Илнур һәләтен яңы яҡтан аса. Үҙен әүҙем студент итеп тә күрһәтә. “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын ала. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Радик Гәрәев исемендәге йыр бәйгеләрендә лә призлы урындарҙы яулай. “Башҡорт йыры” конкурсында лайыҡлы рәүештә беренсе премияны ала. Был конкурстар уға яңы юлдар аса, үҙенә ышанысын уята.
— Бер уйлаһаң, сәхнә кешеһенә белем кәрәкмәй ҙә һымаҡ, — ти Илнур. — Икенсе яҡтан, был үҙең өсөн бик яҡшы, сөнки хәҙер йыр-моң шоуға әйләнеп китһә лә, кемдең нисек йырлағанын, кемдең йырлай алмағанын халыҡ яҡшы аңлай, ысындан ялғанды айыра белә. Беҙҙең күңелдә быуаттар буйына моң һаҡланып килә. Халыҡ йырҙары минең йөрәгемә лә бик яҡын. Уҡығанда тик халыҡ ижадына өҫтөнлөк бирҙем. Уҡып бөткәс, күңелем эстрадаға тартылды.
Быйыл Илнур ҡулына тағы бер диплом алды. Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетында уҡып сыҡҡан ул. Был йүнәлешкә “Юлдаш” радиоһында диктор булып эшләгән ваҡытта китергә була. Йырсының бөтөнләй икенсе өлкә буйынса диплом алыуы, әлбиттә, бер аҙ аптырата. Был һөнәр сәхнәнән алыҫайтмаҫмы тигән һорау ҙа тыуа.
— Юғары уҡыу йортоноң дипломы тик үҙем өсөн генә. Кем белә, бәлки, кәрәк булыр, — ти Илнур.
Бөгөн йәш йырсы башҡорт эстрадаһын яулай. Репертуарына килгәндә, ул йырҙарҙың күңелгә ятышлыһына иғтибар итә. Һүҙҙәре лә мөһим роль уйнай. Нығыраҡ Риф Арыҫландың ижадын яҡын күргәнен дә билдәләй. Сәхнәлә сығыш яһағанда Илнур йыр менән бер бәйләнештә булырға, халыҡҡа йырҙың эстәлеген еткереү, тамашасының күңел ҡылын тартыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
— Дөрөҫ репертуар һайлай белһә, халыҡ һөйөүен яулап, сәхнәгә сыҡҡанда уға тип илле кеше килһә лә — йырсы уңышҡа өлгәшәлер тип уйлайым. Яңы ғына башлаған ижадсы булһам да, Аллаға шөкөр, һәр ерҙә халыҡ йыйыла, — ти Илнур.
Йырсыға, әлбиттә, таланттан тыш юғалып ҡалмау, ниндәй генә хәлдән дә лайыҡлы сыға белеү һәләте лә кәрәк. Илнурҙың ундай хәлдәргә тарығаны ла була. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында ут һүнеп, микрофонһыҙ, аппаратураһыҙ ҡала. Тере тауыш менән йырлап, төрлө көләмәстәр һөйләп, уйындар ойоштороп, ике сәғәттең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Халыҡҡа бындай тамаша бик оҡшай.
Күптән түгел Илнур, бар Өфөнө гөрләтеп, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үҙ концертын ҡуйҙы. “Малай малайы” тип аталған программаны ҡарарға ҡалала йәшәүселәр генә түгел, хатта тыуған ауылынан да йөҙгә яҡын тамашасы килгән!
Йырсыларҙың тамада булып китеүе бер кемде лә аптыратмай. Был һөнәргә лә оҫталыҡ кәрәк. Һәр кемдең күңеленә юл табырға, байрамдың йәмен ебәрмәҫкә, ҡыйыуһыҙ ултырған ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәреү, дәртләндереү еңел түгел. Илнур 2014 йылдан алып 300-ҙән ашыу туй, 400-ҙән ашыу юбилей үткәргән.
— Тамада булыу — “шабашка”, — ти егет. — Төп эш, әлбиттә, сәхнә. Шулай ҙа был йүнәлешкә лә мин 100 процент яуаплылыҡ менән ҡарайым. Байрамдарҙы китап уҡып, һәр аҙымымды сценарийға яҙып үткәргәнем юҡ, барыһы ла — башта. Барып инеү менән нисек ултырғандарын шунда уҡ күрәм дә, уларҙың тулҡынына инеп, күңелем ҡушҡанса үткәрәм.
Мөхәббәтһеҙ тормошто яланһыҙ сәскә менән сағыштыралар. Илнур был йәһәттән дә бәхетле. Сығышы менән Салауат районының Ҡарағол ауылынан булған кәләше Илүзә менән Илнур интернет аша танышҡан. Ҡатынын ул тыйнаҡ, аҡыллы тип ҡылыҡһырлай. Илүзә Илнур өсөн — терәк-таяныс та, дәртләндереүсе лә, илһам сығанағы ла. Йәштәрҙең тормошона бәхет, өҫтәп, быйыл улдары ла тыуҙы. Малайҙарына улар Ислам тигән матур исем биргән. Ата-әсә булыу, әлбиттә, донъяға ҡарашты тулыһынса үҙгәртә. Яңы ролгә күнегә генә башлауына ҡарамаҫтан, Илнур тәрбиәгә, атай булыуға етди ҡарай:
— Бала менән атай аңлашһын, үҙ-ара татыу йәшәһен өсөн, иң беренсе аҙымды атай эшләргә тейеш, сөнки ул өлкәнерәк һәм аҡыллыраҡ.
Тимәк, ғаиләлә атайҙың иң аҡыллы позицияһы — хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу. Әгәр ир үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәт ҡорһа, ә бала тормошондағы бар нәмә лә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.
Ниндәй генә яҡшы мәктәптә белем алмаһын, ниндәй генә һәйбәт уҡытыусылар уҡытмаһын, иң яҡшы бала тәрбиәләүсе – ул һеҙ, атайҙар, — тигән фекерҙә егет.
Киләсәктә Илнур йырлы-моңло юлдан тайпылмаҫҡа, тормош иптәше менән матур итеп улын үҫтерергә тигән маҡсаттар менән янып йәшәй. Барыһы ла шулай булырына шикләнмәйбеҙ!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: