Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март , 17:20

Сәйет Билаловҡа маҡтаулы исем бирелде!

Йырсыны иҫтәлекле көнө менән  ихлас күңелдән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Сәйет Билаловҡа  маҡтаулы исем бирелде!
Сәйет Билаловҡа маҡтаулы исем бирелде!

Сәйет Билалов "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бөгөн уға награданы республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Буласаҡ йырсы 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. 

Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.

Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була. Билаловтарҙың татыу ғаиләһендә  Ислам, Сәлимә, Әминә, Тамерлан исемле бәхетле балалар үҫә.  

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: