Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март , 21:10

Баймаҡтар Ҡазанды алған!

Малаҙис, Баймаҡтар! Артабан да уңыштар юлдаш булһын! 

Баймаҡтар Ҡазанды алған!
Баймаҡтар Ҡазанды алған!

 

Баймаҡ районы Ҡолсора, Иҙрис ауылдарында талантлы кешеләр бихисап. Уларҙы үҫтереү, конкурстарға алып йөрөү йәһәтенән ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы, Ҡолсора мәктәбендә өҫтәлмә белем биреү педагогы Рәсимә Халиҡова бик маҡсатлы эшләй. Әленән-әле төрлө конкурстарға сығалар, еңеү яулайҙар. Яңыраҡ "Йәншишмә" балалар бейеү ансамбле Рәсәйҙән йыйылған 46 коллектив араһында Гран-при яуланы.

--"Беҙ булдырабыҙ",--тип булдырҙыҡ! Аллаға Шөкөр! Һайлап алыу турынан үткәс, өс ҡаланы - Ҡазан, Сочи һәм Санкт -Петербург ҡалаларын тәҡдим иттеләр. Беҙ Ҡазанды һайланыҡ. Беренсенән, аҡса мәсьәләһе. Икенсенән, милли кейем алып барыуҙы, транспортты хәл итер кәрәк.
Һәр яңы башланғыс эштең ҡаршылыҡтары күп булһа ла, беҙ булдырҙыҡ. Нурсиә Халиҡованың һалған "Башҡортостан йәштәре" бейеүе 1-се урын алды. "Йәншишмә"ләр Гран-при яуланы! Халыҡ-ара конкурста 44 төбәктән 46 коллектив ҡатнашты, сәхнәгә 146 бейеү сыҡты. шулар араһында Гран-при яуланыҡ, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ,--ти етәкселәре Рәсимә Халиҡова.

 

Афарин! Яңынан-яңы үрҙәр насип булһын!

Резеда Вәлиева.

"Атайсал" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: