Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март , 21:40

Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына - 85 йыл

Бөрйәндәр арҙаҡлы яҡташтары тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ҙур сара үткәрҙе.

Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына - 85 йыл
Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына - 85 йыл

 

15 март башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулды.

 

"Арҙаҡлы яҡташыбыҙ - халҡы күңелендә",- тиҙәр бөрйәндәр.

 

Тәүҙә Байназар урта мәктәбендә "Сөләймәнов уҡыуҙары " муниципаль ғилми - ғәмәли конференция уҙғарылды.

Конференцияның еңеүселәре бүләкләнгәндән һуң филология фәндәре докторы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте.

Сарала район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, ойоштороу комитеты ағзалары, район мәғариф бүлеге начальнигы И.Сәйфетдинов, Әхмәт Мөхәмәтвәли улының ҡыҙы, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт фольклоры ғилми - тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Н.Хөббөтдинова, БР Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты А.Баймөхәмәтов, уның урынбаҫары И.Хәсәнов, БР халыҡ яҙыусыһы Ф.Ғәлимов, Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы С. Ҡаһарманова, тел уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.

 

"Сара - үҙе бер күңел һәм рух байрамына әйләнде", - тип яҙалар сарала ҡатнашыусылар.

 

Фото: "Таң" гәзите. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: