Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель , 12:00

Ҡайғылы хәбәр килде...

Мәрхүмдең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Ҡайғылы хәбәр килде...
Ҡайғылы хәбәр килде...

Ҡайғылы хәбәр килде... Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле опера йырсыһы Сәлих Сөләймәнов вафат булған... Сәлих Сөләймәнов Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында атаҡлы профессор Баныу Вәлиева класында уҡыған. Сөләймәнов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булды. Репертуары бик бай ине. Йырсы күп балалы атай ҙа. Балалары ла сәнғәткә ғашиҡ билдәле кешеләр: дирижер Рөстәм Сөләймәнов, мәрхүм (2019 йылда вафат булды) хореограф Саръян Сөләймәнов һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Мәрхүмде иртәгә, 2 апрелдә, Баймаҡта ерләйәсәктәр.

Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас: