М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры гастролдәр менән Баймаҡ районына бара. Тамашасыларға Заһиҙә Мусинаның "Килен" повесы буйынса спектакль дә тәҡдим ителә.
Тамашасыларҙың күп һанлы үтенестәре буйынса Баймаҡта "Килен" спектакле бер көндә ике тапҡыр ҡуйыласаҡ: 12 апрель 15:00 һәм 19.00 сәғәттә.
Шулай уҡ:
Сибай ҡалаһы - 10 апрель, 19:00 сәғәттә.
Асҡар ауылы - 11 апрель, 19:00 сәғәттә.
Белешмә:
Кейәүгә сыҡҡанда Аҡйондоҙ матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Һәр кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнен ул ваҡыт үткәс кенә аңлай: әгәр ҙә һынауҙарҙы үтә алмаһаң, бәхетле көндәргә лә өмөт итеп булмай….
Кейәүгә сыҡҡанда Аҡйондоҙ матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Һәр кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнен ул ваҡыт үткәс кенә аңлай: әгәр ҙә һынауҙарҙы үтә алмаһаң, бәхетле көндәргә лә өмөт итеп булмай…
Ҡуйыусы режиссер – Фирғәт Ғарипов
Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева
Ҡуйыусы рәссам – Алина Нуриманова
Хореограф – Сулпан Асҡарова
Композитор – Шәүрә Сәғитова
Рәссам-яҡтыртыусы – Таһир Аҡманов
Ролдәрҙә:
Аҡйондоҙ – Лилиә Ғәлина
Бәләкәй Аҡйондоҙ, Йәмилә – Азалия Килмөхәмәтова
Сулпан – Айым Сөләймәнова
Бәләкәй Сулпан, Самира – Милена Рафиҡова
Мәҙинә – Сара Буранбаева
Хәйҙәр – Айнур Ғәбитов
Ғәлиә – Гүзәл Маликова
Фәридә – Эльвира Юнысова
Булат – Морат Рафиҡов
Миңзифа – Айһылыу Йомағолова
Самат – Ирек Булатов
Әсмә – Гөлфиә Рафиҡова
Фуат – Айҙар Шәмсетдинов