"Һуңғы йылдарҙа тарихи кейемде тергеҙеүгә иғтибар артты. Оҫталар боронғо фотоһүрәттәргә, музей экспонаттарына ҡарап, милли кейемебеҙҙең төрлөлөгөн, байлығын, матурлығын асып, халыҡҡа ҡайтара башланы. Әммә тарихты ЯҘЫП ҠАЛДЫРЫУ тигән дә төшөнсә бар бит әле. Башҡорт әҙәбиәтендә милли кейем ниндәй роль уйнай һәм нисек сағылыш тапҡан? Сәсәндәр, яҙыусылар ижадында милли кейемебеҙ, асылыбыҙ хаҡында ҺҮҘ әйтелгәнме? Ошо хаҡта Башҡортостанда үткәрелгән Милли кейем көнө алдынан һөйләшеүгә саҡырабыҙ! Шунда уҡ милли кейем, милли биҙәкле заманса кейем-аксессуарҙар эшләү оҫталары менән танышырға, заказдар бирергә-алырға мөмкин буласаҡ".