Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
20 Май 2024, 18:15

Бәхил булығыҙ, Әй һандуғасы!

Мәрхүмәнең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Бәхил булығыҙ, Әй һандуғасы!Бәхил булығыҙ, Әй һандуғасы!
Бәхил булығыҙ, Әй һандуғасы!

19 майҙа Өфөлә йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова 88-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова 1937 йылдың 16 февралендә Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуған. 1960 йылда – П.И.Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһын, ә 1968 йылда Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтын тамамлай. 1960-1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында солист, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың данлыҡлы концерт бригадаһында эшләй, һуңынан 1970-1983 йылдарҙа йәнә филармонияға эшкә ҡайта.

1980 йылдан – 2-се Өфө педагогия колледжында, бер үк ваҡытта 1998 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, 1993 йылғаса – Башҡорт академия театрында педагог-вокалист, 2003 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

"Ул бер нисә быуын тыңлаусылар өсөн "Әй һандуғасы" булып ҡалыр. Тормош һөйөүсән, изге күңелле, асыҡ – күптәр өсөн өлгө. Эшен шул тиклем яратты", – тип социаль селтәрҙәрҙә  Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.

"Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы"

Автор:
Читайте нас